Бында көслө булыуҙан тыш, ярышташың тоҡ менән килтереп һуғыуға урыныңда ҡалыу мөһим. Шуға абай булырға кәрәк. Байрамға йыйылыусылар иһә уртаға сыҡҡан кешеләрҙе ихлас ҡеүәтләне, дәртләндереп торҙо. Яҙҙың тәүге көнөндә саф һауала уйындар, таныштарың менән осрашыу, күңелле йырҙар кәйефтәрҙе күтәрҙе.