+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Март 2020, 17:20

Фольклор конференция үтте

Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын һаҡлау

Дәүләкәндә ауыҙ-тел ижадын үҫтереү йәһәтенән ҙур эш алып барыла.
Дәүләкән районы хакимиәте, мәҙәниәт идаралығы тарафынан “Халыҡ ижады мул һыулы йылға кеүек” тип исемләнгән фольклор конференция ойошторолдо. Унда филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар берлеге ағзаһы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова, фольклорсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге мөдире Гөлнур Рауил ҡыҙы Хөсәйенова, «Киске Өфө» гәзите хеҙмәткәре, яҙыусы, драматург, тележурналист, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, М.Аҡмулла, З. Биишева, Р.Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар берлеге ағзаһы Сәрүәр Рәшит ҡыҙы Сурина, Мәҙәниәт министрлығының этномәҙәни үҫеш һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге белгесе, шағирә, фольклорсы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар берлеге ағзаһы, яҡташыбыҙ Олеся Вәкил ҡыҙы Әхмәтрәхимова кеүек хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Конференцияны мәҙәниәт идаралығы начальнигы Р.В. Әхмәтрәхимов асты. Ул районда фольклорҙы үҫтереү йәһәтенән башҡарылған эштәр, дәүләкәндәрҙең ошо өлкәләге ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.
Артабан һүҙ мәртәбәле ҡунаҡтарға бирелде. Залдағылар алдында сығыш яһап, уларҙың һәр ҡайһыһы халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ерле халыҡҡа ғына хас булған йырҙар, бәйеттәр, легендалар, риүәйәттәр - халыҡ ижадының аҫыл өлгөләре. Уларҙы эҙләргә, табырға, киләсәк быуындарға еткерергә кәрәк.
Сарала шулай уҡ урындағы сәсәндәр Зөләрәм Снигирева, Миңзәлә Хәлилова, Юлиә Йәһүҙина, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусылар Рәлиә Әйүпова, Минислам Солтанғәлин, 5-се гимназия уҡыусыһы Гөлүзә Әхмәҙиева, Соколовка ауылының фольклор төркөмө сығыш яһаны.
Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғарифулла Шәрифулла улы Ҡотлоғәлләмов был сараның бик урынлы үткәрелеүен билдәләне, ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Фойела урынлашҡа күргәҙмәләрҙә иһә милли орнамаенттар менән ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре, түшелдеректәр, түбәтәйҙәр һәм башҡа әйберҙәр тәҡдим ителде.
Читайте нас: