+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
5 Март 2020, 18:45

«Йәгеҙ әле, килендәр!»

Кисә, 4 мартта, район Мәҙәниәт йортонда 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан «Йәгеҙ әле, килендәр!» конкурсы үтте. Уны үткәреүгә Мәҙәниәт йорто методисы Кифая Хәйрислам ҡыҙы Минеғолова күп көс һалды.

15.00 сәғәттә икенсе ҡаттағы фойела 5-әр кешенән торған дүрт команда йыйылды. Улар – «Библиокилендәр» (район китапханаһы), «Дәүләкән килендәре» (йыйылма команда), «Бөрлөгән» (Яңы Яппар ауылы) һәм «Дерзкие характером» (күп балалы әсәләр) командалары. Ярыштар башланыр алдынан алып барыусылар командаларҙы сәләмләгәндән һуң, килгән ҡунаҡтарҙы һәм тамашасыларҙы баһалама ағзалары менән таныштырҙы, командаларға уңыштар теләне.
Ярыш «Визитка», «Фантазияңды күрһәт», «Табын әҙерләү», «Ижади конкурс» һәм «Капитандар конкурс»тарынан торҙо.
«Визитка»ла командалар жюри иғтибарына команданың исемен, девизын һәм йырын тәҡдим итте, «Фантазия»ла төрлө үҫемлектәрҙән, сәскәләрҙән гөлләмә төҙөргә, уға исем бирергә һәм һатыу өсөн реклама яһарға кәрәк ине. Өсөнсө конкурста ҡатнашыусылар айырым бер темаға табын әҙерләүҙә оҫталыҡтарын күрһәтте, ә капитандар алдында ниндәйҙер уйын, йыр, бейеү, флешмоб ярҙамында сараға килгән тамашасыларҙы конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү бурысы ҡуйылды.
Конкурс бик ҡыҙыҡлы, ярыштар көсөргәнешле үтте. Командалар һәр конкурс һөҙөмтәһе буйынса бер-береһенең үксәһенә баҫып тиерлек килде. Жюри ағзаларына йомғаҡ яһар ваҡыт етте. Улар һөҙөмтәләр сығарыу өсөн айырым бүлмәгә китте. Командаларға тулҡынланып, ниндәй урын алғандарын көтәһе генә ҡалды. Үҙешмәкәр артистар әҙерләгән концерт программаһы был көсөргәнешле минуттарҙы үткәреп ебәрергә ярҙам итте.
Конкурс йомғаҡтары буйынса «Дерзкие характером» командаһы почетлы өсөнсө, «Бөрлөгән» - икенсе, «Библиокилендәр» - беренсе урынды яуланы. Ә «Дәүләкән килендәре» командаһы конкурста Гран-приға лайыҡ булды. Еңеүселәрҙең барыһына ла дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: