Любовь Батурина, Маргаритта Петрова, Айгөл Еникеева, Рәйфә Камалетдинова, Наталия Васильева, Эльмира Кәримова тамашасыларҙы йырҙары, шиғырҙары, бешергән тәмлекәстәре менән ҡыуандырҙы. Беҙ улар башҡарыуында башҡорт, татар, сыуаш, украин телдәрендә бишек йырҙарын да тыңланыҡ, үҙебеҙ ҙә сабый сағыбыҙға ҡайтҡан һымаҡ булдыҡ.
Сәғәттән ашыу дауам иткән сара бер тында үтте. Конкурс һөҙөмтәләре йомғаҡтары буйынса Эльмира Үзбәк ҡыҙы Кәримова еңеүсе тип танылды. Ул – үҙәк район дауаханаһында эпидемиолог ярҙамсыһы булып эшләй. Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, конкурсҡа әҙерләнергә лә өлгөргән. Бына шундай тилбер һәм егәрле ул беҙҙең өләсәйҙәр! Бар яҡҡа ла өлгөрҙәр һәм булдыралар!