-3 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
7 Март 2020, 15:00
"Заятүләк менән Һыуһылыу" - төбәктең боронғо фольклор әҫәре
Дәүләкән районының мәҙәниәт йортонда Бөтә донъя фольклориадаһына арналған "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосы буйынса конференция үткәрелде.
Сарала ғалимәләр - филология фәндәре докторҙары Зәйтүнә Шәрипова, Гөлнур Хөсәйенова, яҙыусы, халыҡ ижадын өйрәнеүсе Сәрүәр Сурина, Мәҙәниәт министрлығы белгесе, филология фәндәре кандидаты Олеся Әхмәтрәхимова ҡатнашты.
Килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләп, мәҙәниәт бүлеге мөдире Рәфис Әхмәтрәхимов сығыш яһаны. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғарифулла Ҡотлоғәлләмов риүәйәттең төбәктә әле һөйләнелеүе тураһында әйтте. Әйткәндәй, сәсән традицияларын һаҡлаған Зөләрәм Снигерева тап ошо эпосты һөйләп, Рәсәй сәсәндәр бәйгеһендә еңеү яуланы. Ул был сарала ла эпостан өҙөк ишеттерҙе. Шағирә Миңзәлә Хәлилова, йыраусы Рәлиә Әйүпова, сәсәнлек традицияларын һаҡлаған Юлиә Йәһүҙина, Миңислам Солтанғәлин үҙҙәренең сығышында тап халыҡ ижады өлгөләренә өҫтөнлөк бирҙе. "Әхирәттәр" башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе Кифая Миңлеғолова ла төбәктең халыҡ ижады һаҡлауҙағы үҙенсәлеге тураһында әйтте.
Сарала ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты. Ҡул эштәре күргәҙмәһе эшләне. Авторҙары - Гүзәл Килмөхәмәтова, Флорида Талипова, Венера Ахунйәнова, Марина Велесик.
Конференцияла ҡатнашҡан ғалимә Зәйтүнә Шәрипова үҙ сығышында "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосының төбәк халҡында һаҡланып ҡалыуы үҙе бер йәмле күренеш булыуы хаҡында әйтте. Гөлнур Хөсәйенова уны өйрәнеү тарихына туҡталды. Яҙыусы Сәрүәр Сурина, ғөмүмән, төбәктә халыҡ ижадын ҡәҙерләп һаҡлауға шат булыуын йәшермәне.
Автор: Лариса Абдуллина.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/154116
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?