Тәғәйенләнгән ваҡытҡа клуб тамашасылар менән тулды, залда алма төшөргә лә урын ҡалманы. Ә сәхнә артында иһә «Ҡәйнәләр» (Сәлимгәрәева Зәйтүнә, Хәлиуллина Фәнүзә, Хәбибрахманова Фәрбиҙә, Ғәлиуллина Флүрә, Ҡадирова Хариса) һәм «Килендәр» (Сәлимгәрәева Әлфиә, Маннапова Элина, Дәүләтова Айһылыу, Ғәлиуллина Айһылыу, Вәлиуллина Гүзәл) командалары ҙур тулҡынланыу менән уйындар башланғанын көттө.
Конкурстың алып барыусыһы Динә Ғәләүетдинова ҡатнашыусыларҙы һәм залдағыларҙы байрам менән ҡотлап үтте, жюри ағзалары (Фәйзуллина Гөлнара, Әғәҙуллин Винер, Хәсәнов Әсҡәт) менән таныштырҙы һәм командаларға уңыштар теләне.
«Ҡәйнәләр» һәм «Килендәр» «Визитка», «Мода-2020», «Сағыу гөлләмә» һәм «Табын әҙерләү» конкурстарында көс һынашты. Уйындар бик көсөргәнешле барҙы, ике яҡ та һынатырға теләмәне. Тамашасылар уларҙы төрлөсә дәртләндереп торҙо.
Конкурстар араһында залда ултырыусылар иғтибарына үҙешмәкәр артистар көсө менән әҙерләнгән концерт программаһы тәҡдим ителде. «Әхирәттәр» ансамблендә әүҙем ҡатнашыусы Вәлиева Гөлйөҙөм, «Юлдаш йыры-2020» конкурсы финалисы Фирҙәүес Мостафин, ауылдаштар Флорид Рәхмәтуллин, Хариса Ҡадирова, Хәтифйән Солтанов, Радмила Шәйхетдинова тамашасыларға – моңло йырҙарын, Гөлшат Шәйхетдинова дәртле бейеүҙәрен бүләк итте, Әсҡәт Әхмәт улы Хәсәнов үҙе ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ауылдың хореография төркөмөнә йөрөүсе кескәй бейеүселәр «Килендәр» өсөн матур бейеү һәм Хәбибрахманова Фәрбиҙә «Ҡәйнәләр» өсөн моңло йыр бүләк итте.
Конкурс һуңында командаларҙың капитандарына үҙ-ара ярышып, уйынға залда ултырыусыларҙы йәлеп итте. «Килендәр» зал менән флешмоб үткәрһә, «Ҡәйнәләр» тамашасылар менән бергәләп йырланы.
Жюри йомғаҡтарҙы иғлан итер ваҡыт етте. Һөҙөмтәләр буйынса «Килендәр» командаһы Гран-приға лайыҡ булды, ә «Ҡәйнәләр» уларҙан бик аҙға ғына ҡалышып, беренсе урын яуланы. Ҡатнашыусылар һәм залда ултырған бөтә тамашасылар байрамды «Бүләк» йыры менән тамамланы. Ауыл халҡы клуб хеҙмәткәрҙәренә күңелле ял минуттары бүләк иткән өсөн ысын күңелдән рәхмәт әйтеп таралышты.