+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Март 2020, 18:00

Алмашына миҙгелдәрем...

Ҡышты оҙатыу байрамы уҙғарылды

Ошо көндәрҙә Алға ауылында мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре көсө менән Ҡышты оҙатыу байрамы уҙғарылды. Йолаға әйләнгән байрамға өлкәндәр, йәштәр һәм балалар саҡырылды. Конкурстарҙа, төрлө уйындарҙа Гүзәлиә Вальтина, Зөлфирә Зарипова, Гүзәл Ғәзизова, Асия һәм Альбина Сәлиховалар әүҙем ҡатнашты.
Фәрзәнә Хәсәншина, Минилиә Тимербаева, Фәүзиә Әхмәтйәноваларҙың йырҙары дәррәү алҡыштарға күмелде. Арҡан тартышыуҙа Йәштәр һәм Үҙәк урамдары көс һынашты. Йәштәр урамы еңеү яуланы. Байрам һуңында ҡарасҡыға ут төртөлдө. Саф һауала Мемиадзе Әлфиә апай бешергән тәмле ҡоймаҡтар, ауылдаштар алып килгән күстәнәстәр менән сәй табыны ҡоролдо. Ваҡыт табып байрамға килгәндәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Регина Ғәзизова.
Читайте нас: