-8 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
МӘҘӘНИӘТ
12 Марта 2020, 11:10

Йырлы ғүмер

Ошо көндәрҙә тыуған ауылым Ҡоръятмаҫҡа юл төштө. Унда эш һөйөүсән, тырыш, һәләтле яҡташтарым тураһында материалдар әҙерләү маҡсаты менән барырға тура килде. Кемдәр хаҡында яҙырға тип уйланғанда, ауылыбыҙҙың һандуғасы Гөлнур Баһауетдинова иҫкә төштө.

Ҡоръятмаҫта олоһо ла, кесеһе лә уны Хәниә Фәрхигә оҡшатып (төҫө менән дә, йырлау манераһы менән дә) «үҙебеҙҙең Хәниәбеҙ» тип йөрөттө. Ауылда, районда уҙғарылған концерттарҙың, байрам сараларының «йөҙөк ҡашы» ине ул. Уҡыусыларыбыҙҙа ниңә үткән ваҡытта һөйләй тигән һорау тыуыр, моғайын. Бөгөнгө көндә лә йыр сәнғәте менән шөғөлләнһә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәхнәлә ул хәҙер бик йыш йырламай, тик һәләтле балаларҙы йырларға өйрәтә, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә концерт программалары әҙерләшә, сценарийҙар төҙөргә ярҙам итә.
Үҙе тураһында һөйләүен үтенгәс, Гөлнур Тимерғәли ҡыҙы йылмайып, яғымлы тауыш менән һөйләп китте:
««Ғүмер юлын йырһыҙ үткәнем юҡ», - тип башлар инем мин үҙем хаҡында һүҙҙе, сөнки йыр – бар шатлығым да, һағышым да, ауыр саҡтарҙа йыуатыусым да, күңелемде күтәреүсем дә. Йырҙан башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым...
Мин, Гөлнур Тимерғәли ҡыҙы Баһауетдинова, 1957 йылдың апрелендә, йәмле Асылыкүл буйында урынлашҡан Ҡоръятмаҫ ауылында, ябай крәҫтиән ғаиләһендә 4-се бала булып донъяға килгәнмен. 1972 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 3-сө башҡорт интернатында урта белем алдым. Йырға булған ҡайнар һөйөүөм һәм белем алыу теләге мине Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына әйҙәне. Унда хор дирижерҙары бүлегендә уҡыным һәм 1977 йылда тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, ҡулыма диплом алдым. Артабан юллама буйынса Дәүләкән район Мәҙәниәт йортонда методист булып хеҙмәт юлын башланым. Ул йылдарҙа халыҡ бик татыу, әүҙем ине. Концерттар менән бармаған ауыл районда ғына түгел, республикала ла ҡалмағандыр тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫтыр, моғайын, сөнки күрше-тирә райондарҙа, хатта Нуриман, Мәсетле яҡтарына ла барып сығыш яһаныҡ. Авторемонт заводының ир-егеттәр вокаль ансамбле, рус хоры коллективтары, йырсылары бик көслө, ижади яҡтан үҫешкән ине.
Ғаилә хәлдәре арҡаһында 1988 йылда Ҡоръятмаҫ мәктәбенә уҡытырға ҡайттым һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда тир түктем. 1996 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамланым. Ул йылдарҙа кластарҙа балалар күп булды, шуға төрлө түңәрәктәр ойоштороу бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙырманы. Яңғыҙ йырлаусылар, вокаль ансамблдәр, бейеү түңәрәге, ҡашыҡсылар һәм ҡурайсылар ансамблдәренең эше гөрләп барҙы. «Халыҡ ынйылары», «Йондоҙсоҡтар», «Олеся көлә», «Рәсәй шишмәләре» кеүек конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. «Тамыр» телестудияһына сығыш яһарға ла ауылдан беренселәрҙән булып минең тәрбиәләнеүселәрем барҙы, тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам. Бар эштәремдә лә ғаиләмдең ярҙамын тойоп йәшәнем. Тормош иптәшем Хәтифйән Фәрит улы менән бына инде 30 йыл татыу ғүмер итәбеҙ, өс бала үҫтерҙек. Балаларым да йырларға ярата, ауылда, районда үткәрелгән сараларҙа йыш сығыш яһай. Хәтифйән дә өҙҙөрөп баянда, ҡурайҙа уйнай. Икебеҙ ҙә парлашып, кәңәшләшеп эшләгәс, сәхнә ғүмере бик еңел бирелде. «Салауат йыйындары», һабантуйҙар, ауылда үткәрелгән шәжәрә байрамдары, төрлө конкурстарҙың уртаһында бергәләп ҡайнаныҡ. Үҙем Ғәйнетдиндәр нәҫеленән булғанға күрә, ырыуыбыҙҙың шәжәрәһен дә төҙөнөм. Был эшемдә миңә күп һанлы туғандарым, ауылдаштарым ҙур ярҙам күрһәтте.
Ғүмеремдә матди байлыҡ йыйыу теләге менән йәшәмәнем. Тальян-гармундарыбыҙ, халҡыбыҙҙың үлмәҫ йырҙары һәм конкурстарҙа, төрлө бәйгеләрҙә алған бихисап почет грамоталары, дипломдар һәм приздар – беҙҙең рухи байлығыбыҙ. Йортобоҙҙан кеше өҙөлмәй, ишегебеҙ ҙә, йөрәгебеҙ ҙә һәр кемгә асыҡ.
Хаҡлы ялда булһам да, йырлап йәшәйем. Иптәшем менән репертуар һәм фонограммалар өҫтөндә эшләйбеҙ, яңы йырҙар өйрәнәбеҙ, сөнки тормошомдо йыр-моңдарһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ғүмер буйы йырлап йәшәнем һәм ошоноң менән бәхетлемен!»
Ауылдашымдың шөғөлө тураһында илһамланып һөйләүен тыңлағандан һуң, берәй йыр йырлауын үтендем. Ул ҡулына баянын алып, Фәриҙә Ҡудашева репертуарындағы йырҙы бер аҙ үҙгәртеп: «Ғүмер юлын йырһыҙ үткәнем юҡ...», - тип талғын ғына йыр һуҙҙы. Өй эсе илаһи моңға тулды...
Йөрәгемде бөгөнгө еңел булмаған заманда донъянан йәм табып йәшәгән, күңелендәге кескәй генә шатлыҡ осҡонон да кешеләргә бүлеп бирергә әҙер торған ауылдашым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо биләп алды! Уға ихлас күңелдән: «Йырлы ғүмерең оҙон булһын, һандуғасыбыҙ, кешеләрҙе әле оҙаҡ йылдар буйы моңло тауышың менән ҡыуандыр, «ауылыбыҙҙың Хәниәһе»», - тип ҡайтыр юлға сыҡтым.
Лилиә Ғайсина.
И. Кәримова фотоһы.
Читайте нас в