+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Март 2020, 19:10

Баянсы Ридик Фәсхетдинов

Башҡортостандың атҡаҙанған, Рәсәйҙең халыҡ артисы, музыкант, мәшһүр баянсы Ридик Фәсхетдиновты 80 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, күңел күтәренкелеге, бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ.

Ридик Фәсхетдинов ижад юлын Ф. Ғәскәров исемендәге ансамблдә башлай. Бәхти Ғайсин, Рамазан Йәнбәков, Радик Гәрәев, Илфаҡ Смаков кеүек мәшһүр сәнғәт әһелдәре, Флүрә Килдейәрова, Нәзифә Ҡадырова, Азат Айытҡолов, Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов, Рәшиҙә Туйсина, Рәйес Вәғизов кеүек башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән бер сәхнәлә оҙаҡ йылдар сығыш яһай, шулай уҡ тәүге “Дуҫлыҡ” вокаль-инструменталь төркөм составында ла эшләй.
https://vk.com/uldash_fm
Читайте нас: