+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Март 2020, 19:15

Башҡорт теле йылы асыҡ!

Тел-беҙҙең рухи хазинабыҙ, төп байлығыбыҙ

Дәүләкәндәр Башҡорт теле йылын асыу тантанаһына йыйылды.
Кеше туған телен белергә тейеш. Тел-беҙҙең рухи хазинабыҙ, төп байлығыбыҙ. Үҫеп килеүсе быуын башҡорт телендә һөйләшһен, ауыҙ-тел ижадын өйрәнһен һәм белһен – Радий Хәбиров тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теле йылын асыу тантанаһында тап ошо фекерҙәр яңғыраны. Сара район Мәҙәниәт йортонда үтте.
Өфөнән килгән хөрмәтле ҡунаҡ, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире, республика Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева телебеҙҙең бөйөклөгө, матурлығы тураһында шул тиклем ябай һәм аңлайышлы итеп һөйләне, уның һәр һүҙе күңелдәргә үтеп инде.
Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғ.Ш. Ҡотлоғәлләмов, ҡоролтай ағзаһы З.Н. Ғайсиндың сығыштарында ла телде һаҡларға кәрәклеге әйтелде.
Ә уҡыусыларҙың сығыштары һуң! Гөлсинә Ғәли ҡыҙы Муллағолова етәкселегендә Айһылыу Заһиҙуллина, 5-се класс егеттәре башҡарыуында дәртле, моңло йырҙар, 5-се гимназиянан Гөлүзә Әхмәҙиеваның «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосынан өҙөк һөйләүе, Гүзәл Килмөхәмәтова етәкселегендә “Етегән” ансамбленең бейеүе Башҡорт теле йылын асыу тантанаһының биҙәге булды.
Читайте нас: