+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Март 2020, 13:00

25 март - Рәсәйҙең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Рәсәй мәҙәниәте бик күп быуаттар дауамында формалашҡан.

Был мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең, ижади кешеләрҙең, шулай уҡ мәҙәни мираҫты һаҡлаусылар һәм уны таратыусыларҙың һөнәри байрамы. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2007 йылдың 27 авгусында ошо хаҡтағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Рәсәй мәҙәниәте бик күп быуаттар дауамында формалашҡан. Ул халҡыбыҙҙың уникаль ҡаҙаныштарын һәм йолаларын берләштерә, бөгөн иһә дөйөм милли байлыҡ тип һанала. Тап мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән күпселек кешеләр һынлы сәнғәт, скульптура һәм кинематография, өлкәһендә һоҡланғыс әҫәрҙәр күреү мөмкинлегенә эйә, моңло көйҙәр тыңлай ала, драма һәм бейеү сәнғәтенә һоҡлана.
Шулай уҡ был көндө үҙҙәренең һөнәри байрамын музей, китапхана, мәҙәниәт йорто, ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр коллективтар билдәләй.
Читайте нас: