Хөсәйен ауылында йәшәүсе Рита Тимербай ҡыҙы Күсәрбаева бер минутын да бушҡа уҙғарырға ғәҙәтләнмәгән. Уның баҡсаһында яҙҙан көҙгә тиклем йәшелсә-емеш өлгөрә, сәскәләре күҙ яуын ала. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә иһә ҡулына энә-еп алып, матур итеп сигеү сигә, төрлө әйберҙәр бәйләй. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә лә әүҙем ҡатнаша – ул һөйләгән шиғырҙарҙы һис тә битараф ҡалып тыңлап булмай, күңелгә еткереп ятлай. Үҙизоляция көндәрендә уның ҡул эштәрен, шиғыр һөйләүен интернет селтәрҙәре аша күптәр һоҡланып ҡараны.