Яҙ етеү менән мәшәҡәттәр арта. Шул иҫәптән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә лә. Күптәр ошо көндәрҙә клуб территорияһын ғына түгел, бинаның эске яғын да тәртипкә килтереү менән мәшғүл. Зәлиә Хәмәҙиева тап шундай эш мәлендә объективҡа эләккән. Егәрле ханым түбә таҡтаһын аҡлай. Ҡараңғы төҫтән һуң аҡ төҫкә ингән таҡталар тирә-яҡты яҡтыртып ебәрә, нур өҫтәй. Килеүселәр быны, һис шикһеҙ, баһалаясаҡ.