15 май – Халыҡ-ара ғаилә көнө. Ошо көн алдынан Республика халыҡ ижады үҙәге һәләтле ғаиләләрҙе флешмобҡа ҡушылырға саҡыра. Кем нимәгә һәләтле – рәхим итеп үҙ һөнәрегеҙҙе күрһәтегеҙ! Кем йырлай, кем бейей, кемдәр ҡул эштәренә маһир йәиһә ниндәйҙер музыка ҡоралында уйнай, флешмобҡа ҡушыла ала. Сараның маҡсаты – һәләтле ғаиләләрҙе асыҡлау һәм уларҙы республикала йәшәүселәргә күрһәтеү. Ул 15 майға тиклем дауам итә, видеоролик 4 минуттан артмаҫҡа тейеш.