Быйылғы этнографик диктантҡа дәүләкәндәр ҙә әүҙем ҡушылды. Был сараның ыңғай яҡтары күп, берҙән, үҙ көсөңдө һынап ҡарайһың, икенсенән, белемеңде тәрәнәйтәһең. Ә белергә теләү һис тә яҙыҡ эш түгел. Башҡа милләттәрҙең дә тарихы сығанаҡтарын, үҙенсәлеген белеү ҡыҙыҡлы. Киләһе йылда этнографик диктант яҙыусылар һаны йәнә артыр тип ышанабыҙ