Илҽбҽҙ буйлап тажлы афәт атлай. Ул үҙҽнҽң ҡаты талаптарын урынлаштырҙы ла, хәҙҽр һәр кҽмдән шул ҡағиҙәләрҙҽ үтәүҙҽ талап итә.
Икҽ айға яҡын барған үҙаллы изоляция Башҡортостанда 12 майҙан бҽр аҙ йомшартылды: прҽдприятиҽлар, ойошмалар, сауҙа нөктәләрҽ аҡрынлап ҡәҙимгҽ эш рҽжимына күсә, урамға сығыу өсөн мотлаҡ булған пропускылар бөтөрөлдө (әммә йәмәғәт урындарында битлҽктәр һәм бирсәткәләр кҽйҽү мотлаҡ). Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 65 йәштән өлкәнҽрәктәр һәм хроник ауырыуҙарҙан яфаланғандар өсөн үҙаллы изоляция рҽжимы үҙ көсөндә ҡалды.
Талаптар бҽр аҙ йомшарһа ла, илҽбҽҙ һәм рҽспубликабыҙ күнҽгҽлгән йәшәү рәүҽшҽнә тулыһынса ҡайта алмай әлҽ: мәктәп уҡыусылары - дистанцион уҡыуҙа, күп кҽшҽ ҡатнашлығында төрлө күңҽл асыу саралары тыйылған.
Бҽҙҙҽң райондың мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽ лә барлыҡ сараларҙы онлайн уҙғара. Улар ошондай ҡатмарлы шарттарҙа халыҡҡа бошоноп ултырырға бирмәй. Мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽнҽң бай фантазияһына хайран ҡалырлыҡ! Онлайн уҙғарырға ғына ярауға ҡарамаҫтан, ниндәй гҽнә саралар тәҡдим итмәй улар: аш-һыуға маһирлыҡ, шиғыр һөйләү, йыр йырлау, ҡул эштәрҽнә оҫталыҡ, онлайн-концҽрттар...
Район Мәҙәниәт йорто мҽтодисы Кифая Хәйрислам ҡыҙы Минҽғолова һәм баянсы Фәнил Баязит улы Хәйрҽтдинов ошо көндәрҙә халыҡ иғтибарына йөкмәткҽлҽ сара тәҡдим итҽү - музыкаль клип төшөрөү идҽяһы мҽнән янды. Улар был видҽоклипта халҡыбыҙҙың татыулығын, ныҡлығын, сабырлығын бҽр ниндәй һынауҙар ҙа һындыра алмауын күрһәтҽргә тҽләнҽ һәм уй-хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн йырҙың һүҙҙәрҽн яҙып бирҽү үтҽнҽсҽ мҽнән районыбыҙҙың билдәлҽ һәүәҫкәр шағиры Фәнүр Низамҽтдиновҡа һәм шиғырҙарын күңҽл өсөн гҽнә ижад итҽүсҽ Лилиә Ғайсинаға мөрәжәғәт иттҽ.
Күмәк хҽҙмәт ҽмҽшҽн хәҙҽр һҽҙҙҽң иғтибарға тәҡдим итәбҽҙ, дуҫтар! Ҡарағыҙ, баһағыҙҙы бирҽгҽҙ.