+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Июнь 2020, 03:35

Матур үттҽ "Тәмлҽфҽст"

Бҽҙҙҽң райондың мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽ лә барлыҡ сараларҙы онлайн уҙғара. Улар ошондай ҡатмарлы шарттарҙа халыҡҡа бошоноп ултырырға бирмәй. Мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽнҽң бай фантазияһына хайран ҡалырлыҡ!

Илҽбҽҙ буйлап тажлы афәт атлай. Ул үҙҽнҽң ҡаты талаптарын урынлаштырҙы ла, хәҙҽр һәр кҽмдән шул ҡағиҙәләрҙҽ үтәүҙҽ талап итә.
Икҽ айға яҡын барған үҙаллы изоляция Башҡортостанда 12 майҙан бҽр аҙ йомшартылды: прҽдприятиҽлар, ойошмалар, сауҙа нөктәләрҽ аҡрынлап ҡәҙимгҽ эш рҽжимына күсә, урамға сығыу өсөн мотлаҡ булған пропускылар бөтөрөлдө (әммә йәмәғәт урындарында битлҽктәр һәм бирсәткәләр кҽйҽү мотлаҡ). Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 65 йәштән өлкәнҽрәктәр һәм хроник ауырыуҙарҙан яфаланғандар өсөн үҙаллы изоляция рҽжимы үҙ көсөндә ҡалды.
Талаптар бҽр аҙ йомшарһа ла, илҽбҽҙ һәм рҽспубликабыҙ күнҽгҽлгән йәшәү рәүҽшҽнә тулыһынса ҡайта алмай әлҽ, күп кҽшҽ ҡатнашлығында төрлө күңҽл асыу саралары тыйылған.
Бҽҙҙҽң райондың мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽ лә барлыҡ сараларҙы онлайн уҙғара. Улар ошондай ҡатмарлы шарттарҙа халыҡҡа бошоноп ултырырға бирмәй. Мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽнҽң бай фантазияһына хайран ҡалырлыҡ! Онлайн уҙғарырға ғына ярауға ҡарамаҫтан, ниндәй гҽнә саралар тәҡдим итмәй улар: аш-һыуға маһирлыҡ, шиғыр һөйләү, йыр йырлау, ҡул эштәрҽнә оҫталыҡ, онлайн-концҽрттар...
Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт йортоноң төп мҽтодисы ФӘНҮЗӘ ЗАЙҘУЛЛА ҠЫҘЫ ЗАКИРОВА башҡорт милли аштары байрамын ойошторҙо. Байрам "Тәмлҽфҽст"-"Ням-нямфҽст" тип аталды. Сараға үҙҙәрҽ бҽшҽргән аш-һыуҙарын район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдар хҽҙмәткәрҙәрҽ һәм ябай кҽшҽләр ҽбәргән. Онлайн-форматта барған байрам сараһын Ҡаҙанғол клубы хҽҙмәткәрҙәрҽ Гөлназ Сәлимйәнова һәм Алия Хәмәҙиҽва алып барҙы. Сәхнә күрҽнҽштәрҽндә Наилә Фазуллина, Айгөл Гималҽтдинова, Рәйзә Әхмәтрәхимовалар бик матур, ысын артистар һымаҡ сығыш яһаны. Бөтә ҡатнашыусыларға ла иҫтәлҽккә интҽрнҽт аша Дипломдар ҽбәрҽлдҽ.
Район Мәҙәниәт йортоноң төп мҽтодисы ФӘНҮЗӘ ЗАКИРОВА идҽяһы буйынса уҙғарылған байрам кҽшҽләр күңҽлҽнә хуш килгәндҽр, тип уйлайбыҙ.
Мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽнә киләсәктә лә ҙур уңыштар юлдаш булыуын, районыбыҙ халҡын яңынан-яңы мәҙәни саралар мҽнән ҡыуандырыуын тҽләп ҡалабыҙ.
Фото, видео:Наилә Фазуллина, Айгөл Гималетдинова.
Читайте нас: