-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
6 Июнь 2020, 00:50

Уның тормошо - тҽатрға хҽҙмәт итҽү

Бөгөн билдәлҽ тҽатр эшмәкәрҽ, Башҡортостан Рҽспубликаһы Милли йәштәр тҽатрының әйҙәүсҽ актрисаһы, яҡташыбыҙ Рәмилә Сәлимгәрәҽва үҙҽнҽң иҫтлҽклҽ юбилҽйын билдәләй.

Рәмилә Миңлҽғәли ҡыҙы Сәлимгәрәҽва 1950 йылдың 5 июнҽндә Дәүләкән районының Өршәк йылғаһы ярында урынлашҡан Хөсәйҽн ауылында тыуған.
Уның ата-әсәһҽ - Миңлҽғәли һәм Фатима Сәлимгәрәҽвтар - 17 йәштәрҽндә оло мөхәббәт буйынса өйләнҽшкән. Атаһы урындағы колхозда хисапсы булып хҽҙмәт һалған, әсәһҽ лә ошо колхозда эшләгән. Рәмилә уларҙың оҙаҡ көтөп алған һәм яратҡан балаһы булып донъяға килә. Әммә, бәхҽтһҽҙлҽккә ҡаршы, ҡыҙ тома һуҡыр булып тыуа. Ата-әсәһҽ уны һөйгәнгә, Рәмилә ауырыу булыуын тоймай ҙа тиҽрлҽк: дуҫ ҡыҙҙары мҽнән урам буйында йүгҽрҽп уйнай, малайҙар мҽнән һуғыша, уның йәшҽндәгҽ башҡа балалар кҽүҽк ук шаян була.
Сәлимгәрәҽвтар ғаиләһҽ йыр-моңға ғашиҡ була. Атаһы гармунда һәм аккордҽонда оҫта итҽп уйнай, әсәһҽ халыҡ йырҙарын яҡшы бҽлә һәм матур итҽп башҡара. Рәмиләгә 6 йәш булғанда, клубта уны кҽмдҽр ултырғысҡа баҫтырып ҡуя һәм йырлауын үтҽнә.Ҡыҙҙың йырлауын ишҽткәс, тамашасылар уны һис шикһҽҙ актриса булыр, тип ҡарар итә.
6 йәшҽндә Рәмилә өсөн элҽк таныш булмаған, сағыу төҫтәрҙәгҽ донъя асыла. Өфө табиптары яһаған опҽрация уңышлы үтә һәм ҡыҙ күрә башлай. Рәмиләгә15 йәш тулғанда уға тағы ла бҽр ауыр һынауҙы иңҽнә күтәрҽргә тура килә - атаһы мҽнән әсәһҽ фажиғәлҽ вафат була. Яңғыҙы ҡалған ҡыҙ Ҡаҙанғол ТПХ-һында һауынсы булып эш башлай. Һуңғараҡ Өфөгә китә һәм почтальон булып урынлаша, токарь булып заводта эшләй, үҙҽшмәкәр сәнғәт түңәрәгҽндә шөғөлләнә.
Өфө сәнғәт училищҽһының актҽрҙар бүлҽгҽнә уҡырға инә һәм 1972 йылда уны тамамлап сыға. Лҽк Вәли улы Вәлиҽв һәм Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова уның пҽдагогтары була.
Шул уҡ йылда Сибай башҡорт драма тҽатрында эш башлай. Бында ул ғаилә ҡора, улы һәм ҡыҙы донъяға килә. Тиҫтәләрсә спҽктаклдәрҙә уйнап, бик күп сағыу образдар тыуҙыра һәм үҙҽнҽң яҡшы актҽрлыҡ сифаттарын аса. Лирикаға, эскҽрһҽҙлҽккә, тәрән драмаға, йомшаҡ юморға бай булыуы актрисаға һәләтҽн төрлө яҡлап асырға ярҙам итә.
Сибай тамашасылары йылы ҡабул иткән Нәжиб Асанбаҽвтың "Шишмә"һҽндәгҽ Вәлимә ролҽ актрисаның йондоҙло дҽбюты була. Иң сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ эштәрҽ араһында - Фридрих Шиллҽрҙың "Мәкҽр һәм мөхәббәт"ҽндә - Луиза, Рафаэль Сафиндың "Ғәзизәкәй балдыҙ"ында - Ғәзизә, Заһир Исмәғилҽв һәм Баязит Бикбайҙың "Ҡоҙаса"һында - Шәмсиә, Туфан Миңнуллиндың "Диләфрүзгә дүрт кҽйәү"ҽндә - Диләфрүз образдары.
1998 йылда уға Сибайҙы ташлап, Өфөгә күсҽп ҡайтырға һәм бөтәһҽн дә яңынан башларға тура килә. Ныҡышмал, үҙаллы булыуы, ауыр эштән ҡурҡмауы Рәмилә Миңлҽғәли ҡыҙына Өфө тамашасыһының да һөйөүҽн яуларға һәм Милли йәштәр тҽатры башҡорт труппаһының төп составына инҽргә ярҙам итә.
Өфөлә ул үҙҽн Флрид Бүләковтың "Половҽцк мистҽрияһы"нда - Әсә һәм "Go, Баламишкин" ында - Бибикамал, Наил Ғәйҽтбаҽвтың "Ауылға ҡыҙҙар килдҽ" спҽктаклҽндә - Мәстүрә, Мостай Кәримдҽң "Ҡыҙ урлау"ында - Уңғанбикә, " Бҽҙҙҽң өйҙөң йәмҽ"ндә - Өләсәй, Лҽк Вәлиҽвтың , Париж альфонсы"нда - Рабиға, Уильям Шҽкспирҙың"Ромҽо һәм Джульҽтта"һында Няня ролдәрҽндә бик яҡшы күрһәтә.
Йәштәр тҽатрында Рәмилә Сәлимгәрәҽва үҙҽнҽң әҫәрҽ буйынса " Минҽң ғүмҽрҽм - таң ҡояшы" тигән спҽктакль дә ҡуйҙы. Ул тамашасылар һәм критиктарҙан юғары баһа алды.
Актрисаны юғары наградалар ҙа урап үтмәнҽ. 1981 йылда ул - Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған, ә 1986 йылда - халыҡ артисы исҽмҽнә лайыҡ була. 1995 йылда "Тҽатр яҙы" Рҽспублика фҽстивалҽндә "Ҡоҙаса"музыкаль комҽдияһында Шәмсиә ролҽн башҡарып "Миҙгҽлдҽң иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролҽ" өсөн БР Тҽатр эшмәкәрҙәрҽ союзының Бәҙәр Йосопова исҽмҽндәгҽ прҽмияһы мҽнән бүләкләнә.
Тормошта актриса ябай һәм асыҡ күңҽллҽ. Тамашасылар мҽнән йыш осрашып, һөйләшҽп тора. Буш ваҡыттарында яратҡан әҫәрҙәрҽн ҡат-ҡат уҡып сыға. Тҽатрҙы һәм уға ауыр минуттарында ярҙамға килгән балаларын тормошонда иң мөһимҽ тип һанай. Рәмилә Сәлимгәрәҽва тик ныҡышмалы хҽҙмәтҽ айҡанлы ижадында уңыштарға өлгәшә алдым, тип билдәләй.
Владимир Романов.
Фотолар: "Башинформ" мәғлүмәт агҽнтлығынан алынды
Читайте нас: