+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
25 Июнь 2020, 12:15

Фидан Сафа улы Ғафаров "Өфө ҡалаһының почетлы гражданы" исеменә лайыҡ булды

ҠОТЛАЙБЫҘ!Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фидан Сафа улы Ғафаров "Өфө ҡалаһының почетлы гражданы" исеменә лайыҡ булды.

23 июндә Өфө ҡалаһы хакимиәтендә маҡтаулы исемгә лайыҡ булған сәнғәт оҫтаһын тәбрикләнеләр.
Ижад юлы башланғандан алып бөгөнгө көнгә тиклем популяр булған артист Фидан Сафа улы Ғафаров 55 йыл Башҡорт театрында хеҙмәт итә: "Тиле йәшлек" (И.Абдуллин) комедияһында Зөлҡәрнәй, "Ғәлиәбаныу"(М.Фәйзи) спектаклендә Хәлил, "Зәңгәр шәл"дә (К.Тинчурин) - Булат, "Ғәлиә" (Т.Таһиров, Р.Исрафилов) спектаклендә Заһир, "Яҙмыштарҙан уҙмыш бар" (М.Кәрим әҫәре буйынса Р.Исрафилов инсц.) спектаклендә Мәрәһим һәм башҡа бик күп төрлө ролдәр башҡарып, иң популяр драма артисы булып танылды, спектаклдәрҙә ул башҡарған йырҙар эстрада сәхнәһендә бөгөн дә йыш яңғыраған йырҙар рәтендә.
Сәхнәлә йөҙҙән ашыу образдар ижад итеп, үҙенең исемен театр йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙған, йыр сәнғәтендә лә үҙ йыры, үҙ моңо менән мәңгелеккә урын алған абруйлы ижадсы Фидан Ғафаров - бөгөнгө көндә лә сәхнәлә: спектаклдәрҙә уйнай, яңы йырҙар ижад итә.
Фидан Сафа улына ныҡлы һаулыҡ, илһамлы тормош теләйбеҙ, яҡындарының ихтирамын, һөйөүен тойоп йәшәргә яҙһын!
Читайте нас: