Был значоктар минең тиҫтерҙәремә генә түгел, беҙҙең апай-ағайҙарыбыҙға ла яҡшы таныш. Иң ҡәҙерле әйбер һымаҡ ине улар һәр йортта. Армиянан ҡайтҡан ағайҙар ҙа значок бирһә, һинән дә бәхетле кеше юҡ. Ул ҙур бүләк һымаҡ ҡабул ителә торғайны. Бөгөн инде значоктар музей экспонаты. Әлеге быуын уны инде белмәй ҙә...