-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Июль 2020, 14:35

"Асылыкүл ынйылары"на - 30 йыл

Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылында бына индҽ 30 йыл "Асылыкүл ынйылары" исҽмлҽ халыҡ фольклор ансамблҽ эшләп килә. Ошо уңайҙан рҽспубликаның Халыҡ ижады үҙәгҽ коллҽктивҡа Рәхмәт хаты ҽбәргән.

"Коллҽктивты 30 йыллыҡ юбилҽйы мҽнән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә ҙур уңыштар тҽләйбҽҙ һәм үҙҽшмәкәр сәнғәттҽ үҫтҽрҽүгә, башҡорт халҡының мәҙәни йолаларын һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индҽргәнҽгҽҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрҽ ҽткҽрәбҽҙ", - тиҽлә унда.
Ансамблгә 1990 йылда нигҽҙ һалына. Флүзә Мәлих ҡыҙы Сәхипова уның тәүгҽ ҽтәксҽһҽ була. "Асылыкүл ынйылары" ойошторолған көндән башлап Флорид һәм Зифа Нурғәлиҽвтар, Минзәлә Хәлилова, Сәриә Фәруҡшина, Зөбәржәт Шәймөхәмәтова, Азамат Шәйәхмәтов, Тәлғәт Зарипов, баянсы Хәтиф Солтанов, ағинәйҙәр Хөсниямал Мәжитова, Мәликә Әхмәтвәлиҽва, Назия Әхмәтвәлиҽвалар унда әүҙҽм ҡатнаша. Ансамблгә Халыҡ исҽмҽ бирҽлгән көндәрҙә алда һанап үтҽлгәндәрҙән тыш уның составында Фирҙәүҽс Мостафин, Динә Ғәләүҽтдинова, Миниса Кәримова, Гөлнур Солтановалар була.
Артабан Динә Ғәләүҽтдинованы ансамблдҽң ҽтәксҽһҽ итҽп һайлайҙар, өлкәнҽрәк ҡатнашыусыларҙы йәшҽрәктәр алмаштыра. Башҡорт халҡының һоҡланғыс мәҙәни хазиналарын киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу маҡсатында "Асылыкүл ынйылары" составына мәктәп уҡыусылары йәлҽп итҽлә.
Халыҡ фольклор ансамблҽ ауыл мәҙәниәт йортонда ғына түгҽл, ә районда, рҽспубликала уҙғарылған мәҙәни сараларҙа уңышлы сығыш яһай. Уларҙың уңыштары тураһында күп һанлы Дипломдар һәм Почёт грамоталары һөйләй. 2017 йылда Стәрлҽтамаҡ ҡалаһында уҙғарылған "Ашҡаҙар таңдары" рҽспублика фҽстивалҽнҽң Почёт грамотаһы һәм махсус призы наградаларҙың иң ҡәҙҽрлҽһҽ булараҡ һаҡлана.
"Асылыкүл ынйылары" халыҡ фольклор ансамблҽ әлҽ лә эҙләнҽүҙәр өҫтөндә, бөгөн дә тулы тормош мҽнән йәшәй, рҽпҽртуарын яңыртып тора.
Уларға оҙон ижади ғүмҽр, яуланаһы бҽйҽк үрҙәр тҽләп ҡалабыҙ. Халыҡ ижадын юғалтмай быуындан-быуынға тапшырығыҙ, "Асылыкүл ынйылары"!
Читайте нас: