+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Июль 2020, 12:00

Гармунлы йәшлектәр иҫкә төшһөн!

Районда конкурс иғлан ителде

«Мажаралы һәм серле ҡапҡа төбө». Тап шулай тип атала район мәҙәниәт идаралығы тарафынана иғлан ителгән сираттағы конкурс. Конкурстың төп шарты – унда дәртле йыр-бейеүҙәр мотлаҡ гармун менән башҡарылырға тейеш. Элек йәштәрҙең күңел асыу урыны ҡапҡа төбө ине. Ундағы уйындар, һөйләшеүҙәр, ҡапҡа төбөнә тиклем оҙатыуҙар күптәрҙең күңелендә һаҡланалыр. Шул йылдарҙы күмәкләп йәнә хәтергә төшөрәйек әле. Конкурс башланды. Үҙешмәкәр артистарыбыҙҙан матур-матур сығыштар көтөп ҡалабыҙ.
Фото интернет селтәренән
Читайте нас: