+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
12 Август 2020, 19:50

Конкурстар: кем иң тәмле бауырһаҡ бешерәсәк?

Үҙҙәренең аш-һыуға оҫталығын күрһәтергә теләгәндәр араһында байрамдар ойоштороу Дәүләкән районының мәҙәниәт идаралығы һәм район Мәҙәниәт йорто өсөн матур йолаға әйләнде. Нисек итеп районда уҙғарылған «Бауырһаҡ байрамы-2020» онлайн-байрам ҡатнашыусыһы була алыуығыҙ тураһында беҙҙең гәзиттең сайтында уҡығыҙ.

«Бауырһаҡ байрамы-2020» Асыҡ район байрамының һөнәри жюри ағзалары ҡатнашыусылар араһында Гран при хужаһын билдәләйәсәк. «Иң тәмле бауырһаҡ», «Иң оригиналь бауырһаҡ» һәм башҡа бик күп номинациялар буйынса еңеүселәргә Беренсе, Икенсе һәм Өсөнсө урындар биреләсәк. Почетлы урындар бирелгәндә бауырһаҡтарҙың үҙенсәлекле булыуы һәм композиция төҙөлөшө, халыҡ йолаларын һаҡлау һәм тормошҡа ашырыу, команда менән иң яҡшы сығыш яһау һәм башҡалар иҫәпкә алынасаҡ. Видеолар һәм заявкалар 2020 йылдың 30 авгусына тиклем [email protected] адресы буйынса ҡабул ителә. Конкурсҡа йомғаҡ 2020 йылдың 4 сентябрендә яһаласаҡ.
Татьяна Бусарева.
Читайте нас: