«Ирәндек моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара фестиваль-конкурсы Башҡортостандың мәҙәни тормошона күптән һәм ныҡлы үтеп инде. Ул күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәтеүсе һәм үҙҙәрендә тәрән мәғәнә йөрөтөүсе йырҙар аша башҡорт халҡының мәҙәниәтен, йолаларын, телен һаҡлауға йүнәлтелгән. Был – беҙҙең үткәнебеҙ, этикабыҙ һәм фәлсәфәбеҙ.
Быйыл «Ирәндек моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара фестиваль-конкурсы өсөн юбилей йылы. Ул XV тапҡыр уҙғарыла.
Эпидемиология хәленә бәйле XV йыр форумы яңы форматта ойошторолдо. Уның беренсе туры онлайн режимда уҙҙы. Унда беҙҙең райондан төрлө Төбәк-ара, Республика, район конкурстары ҡатнашыусыһы һәм еңеүсеһе Рәлиә Рәмил ҡыҙы Әйүпова ҡатнашты.
Сара Сибай телевидениеһында, «Сәләм» телеканалында, СТВ төркөмөнөң ВКонтакте социаль селтәрендә һәм Ю-туб каналында тура эфирҙа күрһәтелде.
Абруйлы жюри Рәлиә Әйүпованың сығышы яҙылған видеоматериалды ҡарағандан һуң, уны икенсе турға Сибай ҡалаһына саҡырҙы.
2 көн дауамында жюри конкурста ҡатнашыусы 183 йырсының сығышын баһаланы.
2020 йылдың 18 авгусында Сибай ҡалаһында XV «Ирәндек моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара фестиваль-конкурсының 2- се туры үтте. Унда 1-се турҙы үткән 53 үҙешмәкәр һәм 23 һөнәри башҡарыусы ҡатнашты.
Өлкәндәр араһында Гран-при һәм төп приз – автомобиль Ейәнсура районынан Әлфиә Мырҙабаеваға тапшырылды, ә 16 йәшкә тиклемге балалар араһында Сибайҙан Мира Харрасова иң-иңе булып танылды. Беренсе урынды Өфөнән Алмас Сирусин, Баймаҡтан Фәттәх Аралбаев, балалар араһында Хәйбулланан Гөлдәр Аллабирҙина алды. Сибайҙан Ғаяз Ғәйетбаев, Өфөнән Юнир Һағынбаев, балалар араһында Баймаҡтан Розалиә Аҫылғужина икенсе урын яуланы. Өсөнсө урында – Мәскәү өлкәһенән Арсен Кәримов, Ғафури районынан Рәмил Ҡотосов, балалар араһында – Сибайҙан Айзель Әҙелбаева.
XV «Ирәндек моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара фестиваль-конкурсында яҡташыбыҙ Рәлиә Әйүпова «Традицион башҡарыу өсөн» тигән номинацияла еңеүсе булды.
Беҙ уны оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм уға киләсәктә лә ҙур уңыштар теләйбеҙ!
«Культура и Искусство в Давлекановском районе» төркөмө материалдарынан.