+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Август 2020, 14:45

Дим һандуғасы

Эйе, ниндәй генә сәхнәләрҙә сығыш яһамай Рәлиә Әйүпова! Сығыштар күбәйгән һайын, наградалар ҙа, яулаған үрҙәр ҙә арта бара.

«Ирәндек моңдары» Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы – бик ҙур, мәртәбәле конкурс. Унда йыл һайын йөҙәрләгән кеше ҡатнаша.
Быйылғы конкурста ла 183 кеше ҡатнашты. Улар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ Рәлиә Әйүпова ла бар ине. 1-се турҙа уңышлы сығыш яһағандан һуң, абруйлы жюри уны 18 августа конкурстың Сибай ҡалаһында үткән 2-се турына саҡырҙы. 2-се турҙа 53 һәүәҫкәр һәм 23 һөнәри башҡарыусы ҡатнашты. Уларҙың 10-һы, шул иҫәптән Рәлиә Әйүпова ла, финалға сыҡты һәм Гала-концертта сығыш яһаны.
Рәлиә Рәмил ҡыҙы Әйүпова 1955 йылда Дәүләкән районының Иҫке Яппар ауылында тыуған. Ауылдары гүзәл Дим буйында урынлашҡанлыҡтан, уның бала сағы Димдең һыуында йөҙөп, ҡомонда ҡыҙынып уҙа. Атаһы Рәмил ауылдың беренсе гармунсыһы була, ә әсәһе Әҡлимә халыҡ йырҙарын һәм композитор Сара Садиҡова ижад иткән йырҙарҙы бик оҫта башҡара. Биктимер олатаһы (атаһының атаһы) Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғала, ә Минегәрәй олатаһы (әсәһенең атаһы) оҫта итеп бәйеттәр әйтә, матур итеп йырлай. «Йырға маһирлығым миңә уларҙан күскәндер, күрәһең», - ти Рәлиә апай.
Урта мәктәпте тамамлағас та уға артабан уҡырға инеү бәхете эләкмәй – атаһы гүр эйәһе була. Рәлиә Рәмил ҡыҙы 1 йыл мәктәптә пионервожатый булып эшләгәндән һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Шул йылдарҙан башлап йырҙары менән сәхнәләрҙә сығыш яһай башлай. Уға алмаш концерттар менән Ҡазан, Дағстан сәхнәләрендә йырлау бәхете тейә. Репертуарында халыҡ йырҙары күп урын биләй, шулай уҡ билдәле композиторҙар йырҙарын да башҡара. ««Студент яҙы» фестивалдәрендә һәр саҡ ҡатнашып, күп тапҡырҙар 1-се урын ала торғайным», - тип иҫтәлектәре менән бүлешә һәүәҫкәр йырсы. – 1975 йылда сәнғәт институтында фольклор бүлеге асылырға тейеш ине. Мәшһүр Заһир ағай Исмәғилев минең йырлағанды тыңлағандан һуң уҡырға саҡырҙы. Тик, яҙмыш ҡушыуы булғандыр инде, уҡырға бара алманым».
1976 йылда Рәлиә Рәмил ҡыҙы үҙенең класташы, тәүге мөхәббәте, Исмәғил ауылы егете Мәрүәнгә кейәүгә сыға. Бик матур итеп донъя ҡора улар. Бер-бер артлы ике ҡыҙҙары тыуа. Уларға яҡшы тәрбиә биреп, юғары белем алырға ярҙам итәләр. Айгөлдәре БДУ һәм Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын (МГИМО) тамамлай, тормошта. Бөгөнгө көндә тормош иптәше менән Канаданың Ванкувер ҡалаһында йәшәйҙәр, Йәнтүрә исемле ул үҫтерәләр. Алия ҡыҙҙарының да ике юғары белеме бар. Ул – иҡтисадсы һәм юрист. Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында хеҙмәт һала, шулай уҡ тормошта, әсәй булырға йыйына.
«Ошо шатлыҡтарҙы Мәрүәнем генә күрә алманы, - тип, йәшләнгән күҙҙәрен һөртөп, иҫтәлектәре менән бүлешеүен дауам итә Рәлиә Рәмил ҡыҙы. – Йырлы-моңло ғаиләгә килен булып төштөм. Ҡайным Әйүпов Әнүәр бик матур йырлай торғайны. Әйткәндәй, ҡайнымдан һәм олатайымдан отоп алған 4 халыҡ йырын, мең ырыуы йырҙарын да ҙур сәхнәгә алып сыҡтым».
Эйе, ниндәй генә сәхнәләрҙә сығыш яһамай ул! Сығыштар күбәйгән һайын, наградалар ҙа, яулаған үрҙәр ҙә арта бара.
2016 йылда Башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсында – 3-сө урынға, ә 2018 йылда Туймазы ҡалаһында үткән ошо уҡ конкурста 2-се урынға лайыҡ була. Әлшәй районында уҙған «Дим моңо», Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Сәскә ат, Башҡортостаным!» тигән конкурстарҙа – Гран при яулай, «Ирәндек моңдары-2020»-лә «Традицион башҡарыу өсөн» номинацияһында еңеүсе була һәм диплом, аҡсалата сертификат менән бүләкләнә. «Был - минең өсөн ҙур баһа, оло ғорурлыҡ, - ти Рәлиә Әйүпова. – Һанап үтелгән конкурстарға барырға ярҙам иткәндәре өсөн мәҙәниәт идаралығы начальнигы Рәфис Вәкил улы Әхмәтрәхимовҡа, алмаштырғыһыҙ аккомпаниаторым, баянсы Фәнил Баязит улы Хәйретдиновҡа, район Мәҙәниәт йорто директоры Юлизә Раил ҡыҙы Шәфиеваға һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла оло рәхмәтемде белдерәм».
Ә беҙ Дим һандуғасын сираттағы оло еңеүе менән ҡотлап, уның киләсәктә лә ҙур уңыштарға ирешеүен, яңынан-яңы бейеклектәр яулауын теләп ҡалабыҙ!
Фотолар: район Мәҙәниәт йорто архивынан.
Видео: К. Минеғолова.
Читайте нас: