+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
2 Сентябрь 2020, 17:20

«Рәсәй йырҙары» фестиваль-марафоны - Дәүләкәндә

Республикала 2 сентябрҙә Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» Бөтә Рәсәй марафон-фестивале старт ала.

Тамашасыларҙы фестивалдә ҡатнашыусыларҙың концерт номерҙары, оҫталыҡ дәрестәре һәм ижади осрашыуҙар көтә. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренең һөнәри коллективтары һәм башҡарыусылары Нефтекама (2 сентябрь), Ағиҙел (3 сентябрь), Яңауыл (4 сентябрь), Дүртөйлө (5 сентябрь), Туймазы (6 сентябрь), Октябрьский (6 сентябрь), Дәүләкән (7 сентябрь), Күмертау (8 сентябрь), Ишембай (9 сентябрь) һәм Ҡырмыҫҡалының (10 сентябрь) үҙәк майҙандарында, ә 11 сентябрҙә Надежда Бабкина «Евразия йөрәге» тигән Халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә Өфө ҡалаһында сығыш яһаясаҡ. Һәр тораҡ пунктында уларға халыҡ көйҙәре жанрында эшләүсе урындағы һәүәҫкәр коллективтар ҡушыла.
Фестивалдең концерт программаларында Надежда Бабкина менән бергә «Рус йыры» Мәскәү дәүләт академия театры («Рус йыры» ансамбле, «Тере планета» шоу-балеты, «Ун берҙән һуң» фолк-төркөмө, «Славяне» ансамбле, Евгений Гор, бер туған Бондаренколар) коллективтары һәм яңғыҙ башҡарыусылар, «Криница» Казактар йыры дәүләт ансамбле (Краснодар ҡалаһы), «Мерема» этнография фольклор студияһы (Саранск ҡалаһы), Саха (Яҡут) республикаһының халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй күңеле» премияһы лауреаты Альбина Дегтяреваларҙың ҡатнашыуы көтөлә. Башҡортостан исеменән Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика премиялары лауреаты «Арғымаҡ» төркөмө сығыш яһай.
Фестиваль сиктәрендә 6 һәм 9 сентябрҙә Октябрьский һәм Күмертау ҡалаларында Надежда Бабкина ижади үҙешмәкәр коллективтар етәкселәре һәм ҡатнашыусылары, музыкаль колледждар студенттары һәм сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары һәм педагогтары өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғара.
Дәүләкәндә концерт 7 сентябрҙә ҡаланың үҙәк майҙанында үтәсәк. Башлана 19.00 сәғәттә.
Фестивалдең бөтә концерттарына ла инеү бушлай.
Рәхим итегеҙ!
Материал һәм фотолар: "КУЛЬТУРА и ИСКУССТВО в Давлекановском районе" төркөмөнән алынды.
Читайте нас: