+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Сентябрь 2020, 12:15

Онотолмаҫлыҡ байрам

Кисә, 7 сентябрҙә марафон-фестиваль беҙҙең районға килде. Ҡаланың үҙәк майҙанына меңәрләгән тамашасы йыйылды, сөнки бындай күләмле сара беҙҙең районда тәүге тапҡыр уҙғарыла, тип әйтергә мөмкин.

Республикала 2 сентябрҙә Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» Бөтә Рәсәй марафон-фестивале старт алғайны. Ул 10 көн дауамында республикабыҙҙың 10 ҡала һәм районында барасаҡ.
Кисә, 7 сентябрҙә марафон-фестиваль беҙҙең районға килде. Ҡаланың үҙәк майҙанына меңәрләгән тамашасы йыйылды, сөнки бындай күләмле сара беҙҙең районда тәүге тапҡыр уҙғарыла, тип әйтергә мөмкин.
Фестивалдә Надежда Бабкина етәкселегендәге «Рус йыры» Мәскәү дәүләт академия театры, «Тере планета» шоу-балеты, «Ун берҙән һуң» фолк-рок төркөмө, Краснодарҙан «Криница» Казактар йыры дәүләт ансамбле, Мәскәүҙән «Славяне» йыр ансамбле, Саранск ҡалаһынан үҙенсәлекле «Мерема» этнография фольклор студияһы, Евгений Гор, аккордеонсылар, бер туған Бондаренколар һәм Саха (Яҡут) республикаһының халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй күңеле» премияһы лауреаты, виртуоз ҡубыҙсы Альбина Дегтярева, Башҡортостан исеменән Бөтә Рәсәй, республика премиялары лауреты «Арғымаҡ» төркөмдәре сығыш яһаны.
Концертта шулай уҡ урындағы һәүәҫкәр артистарыбыҙ: Нина Греценгер, «Дим ҡарлуғастары» хорерография ансамбле (етәксеһе Зәйтүнә Заманова), «Берҡаҙан» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (Рият Тимеров), «Ивален» (Нина Белова), «Әхирәттәр» (Кифая Минеғолова) өлгөлө фольклор ансамблдәре лә ҡатнашты.
Тамашасылар һәр сығышты, айырыуса фестиваль-марафондың һәм район халҡы өсөн онотолмаҫлыҡ байрамдың ойоштороусыһы Надежда Бабкинаны дәррәү алҡыштарға күмде. Үҙенең бөтмәҫ дәрте, тормошто яратыуы, башҡарыу оҫталығы менән ул сараға килеүселәрҙең бөтәһен дә әсир итте. Тамашасылар был байрамдың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне һәм концерттан яҡшы кәйеф, күңел күтәренкелеге алды.
Фото һәм видео: Г. Бурдилева.
Читайте нас: