+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Сентябрь 2020, 12:00

МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы.

Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.
Һуңғы йылдарҙа ағинәйҙәрҙең түшелдеректәр, башҡорт халыҡ күлдәктәрен тегеүе маҡтауға лайыҡ күренеш.
Хәҙер йәштәр ҙә милли байрамдарға, ҡөрьән мәжлестәренә матур итеп милли биҙәүестәр тағып йөрөй. Байрамдарҙа ғына түгел, көндәлек тормошобоҙға ла милли сағылыштар инһә, бик һәйбәт буласаҡ.
Читайте нас: