+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Сентябрь 2020, 18:50

Һайлауҙарға йәм өҫтәнеләр

Билдәле булыуынса бөгөн, 13 сентябрҙә, муниципаль власть органдарына депутаттар һайлау буйынса Берҙәм тауыш биреү көнө бара. Район Мәҙәниәт йортоноң Кифая Минеғолова етәкселегендәге агитбригадаһы ла был саранан ситә ҡалманы.

Улар үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә концерт программалары әҙерләп, ҡаланың бер нисә һайлау участкаһына барҙы һәм һайлаусылар иғтибарына йөкмәткеле сығыштарын, ә китапхана хеҙмәткәрҙәре «Йәшәргә ярҙам иткән китаптар» тигән китаптар күргәҙмәһен тәҡдим итте. Агитбригада составында «Әхирәттәр» фольклор ансамбле, Ҡыҙрас ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Рафаэль Дәүләтбаев, Илдар һәм Фәнзилә Мөфтәховтар, баянсы Фәнил Хәйретдинов, скрипкасы Роман Рогив бар ине. Тауыш бирергә килгән һайлаусыларға һәүәҫкәр артистарҙың һәр ҡайһыһының сығышы бик оҡшаны. Улар бөтә сығыштарҙы ла алҡыштар менән оҙатып ҡалды. Участка һайлау комиссиялары рәйестәре комиссия ағзаларының, һайлаусыларҙың кәйефен күтәргәне өсөн агитбригадаға һәм үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм тағы ла килеүҙәрен теләп ҡалды.
Читайте нас: