+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Сентябрь 2020, 02:20

Өфө сәхнәһендә...

Фестивалдә райондың билдәле коллективтарының береһе – «Әхирәттәр» башҡорт фольклор ансамбле «Арғымаҡ» төркөмө менән бергә «Бибирәхилә» йырын башҡарҙы. Уларҙың сығышының видеояҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Рәхәтләнеп ҡарағыҙ.

11сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә «Евразия йөрәге» Халыҡ-ара сәнғәт фестивале асылды. Ул урындағы ваҡыт менән 18.45 сәғәттә «Торатау» Конгресс-холының амфитеатрында республиканың барлыҡ райондарынан килгән делегацияларҙың милли костюмдар кейеп түңәрәктә әйләнеүенән башланды. Был фестивалдә беҙҙең район Мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары делегацияһы ла ҡатнашты. Улар районыбыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың милли костюмдарында ине.
Сараны артабан концерт программаһы дауам итте. Унда билдәле коллективтар: Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабакина һәм уның етәкселегендәге «Рус йыры», Удмуртиянан «Бурановские бабушки» ансамблдәре, Тыва республикаһынан «Khoomei beat» төркөмө, РФ-н атҡаҙанған артискаһы Пелагея сығыш яһаны.
Ә фестивалдең иң сағыу өлөшө булып, һис шикһеҙ, райондың билдәле коллективтарының береһе – «Әхирәттәр» башҡорт фольклор ансамбленең «Арғымаҡ» төркөмө менән бергә «Бибирәхилә» йырын башҡарыуы булды. Уларҙың сығышының видеояҙмаһын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Рәхәтләнеп ҡарағыҙ.
Читайте нас: