Райондың мәҙәниәт идаралығы хеҙмәткәрҙәре бай күңел асыу программаһы әҙерләгәйне. Үҙешмәкәр артистар концерты, шахмат буйынса турнир, һүрәттәр конкурсы, Дәүләкәндең тарих-тыуған яҡты өйрәнеү һәм Әхиәр Хәкимов музейҙары хеҙмәткәрҙәре тәҡдим иткән картиналар һәм экспонаттар күргәҙмәһе, тематик фотозона, әҙәби эскәмйә, үҙәк китапхана әҙерләгән китаптар күргәҙмәһе һәм башҡа саралар район халҡының иғтибарын үҙҙәренә йәлеп итте.
Район Мәҙәниәт йортоноң, ауылдарҙағы филиалдарҙың, ҡала һәм район учреждениеларының ижади хеҙмәткәрҙәре йәшелсә-емештәрҙән төрлө ҡыҙыҡлы нәмәләр яһағайны, күҙҙең яуын алырҙай сәскә гөлләмәләре, төрлө аш-һыуҙар, турамалар, бешкән әйберҙәр алып килгәйне, шулай уҡ жюри ағзаларына уларҙы әҙерләү рецептары ла тәҡдим ителде. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың өҫтәлдәре ныҡлы уйлап биҙәлгән икәне беленеп торҙо. Байрамды уҙғарыуҙың ҡағиҙәләренә ярашлы, улар үҙҙәренең өҫтәлендә «көҙ геройы»н, визиткаһын һәм ижади номер күрһәтергә тейеш ине. Өҫтәл хужалары байрам ҡунаҡтарын һәм тамашасыларҙы әҙерләгән аш-һыуҙары менән бик теләп һыйланы. Күргәҙмәләрҙе ҡараусылар үҙ сиратында ҡулдан эшләнгән әйберҙәргә ҡарап һоҡланды, ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға шатлыҡлы минуттар һәм яҡшы кәйеф бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Жюриға еңеүселәрҙе билдәләү бик еңелдән булманы, сөнки ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ ине. Әммә Балалар ижады мәктәбенең командаһы иң тапҡыры, зирәге, ә өҫтәлдәре иң байы, тип танылды. Шуға улар I урынға лайыҡ булды. II урынды 3-сө башҡорт гимназия-интернаты һәм район Мәҙәниәт йорто бүлеште. Дәүләкән тарих-тыуған яҡты өйрәнеү һәм Әхиәр Хәкимовтың музейҙарына III урын бирелде. Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Фестиваль-конкурста ҡатнашыусылар ҙа номинацияларҙа еңгән өсөн дипломдар менән бүләкләнде.