-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Сентябрь 2020, 17:30

Бүләккә - үзбәк костюмы

Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейында һаҡлана ул

Сапан– ул яғаһыҙ, төймәһеҙ халат рәүешендәге өҫ кейеме. Асылып китмәһен өсөн угы ғәҙәттә билбау менән бәйләп ҡуялар. Яҡташ яҙыусыбыҙға уны 1997 йылда Үзбәкстанға барғанда бүләк иткән булалар. Был кейем иң ҡәҙерле һәм хөрмәтле ҡунаҡҡа ҡиммәтле һәм затлы бүләк сифатында бирелә.
Көнсығыш киноларын ҡарағанда беҙ сапан кейгән ирҙәрҙең дәрәжәле булыуҙарын күрәбеҙ. Ҡайһы бер кадрҙарҙа үҙҙәрен ни тиклем һауалы тотоуҙарын тойомлайбыҙ.
Музейҙа һаҡланған үзбәк сапаны менән түбәтәй – ҡиммәтле экспонаттарҙың береһе. Килеүселәрҙә ул ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Фото Әхиәр Хәкимов музейы сайтынан.
Читайте нас: