Мәкәш ауыл китапханаһында халыҡ оҫталары Милли костюмдар көнө уңайынан сәйләндән милли түшелдеректәр эшләү буйынса «Белеүең – үҙең өсөн, эшең – кешеләр өсөн» тигән оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.
Бөгөн милли кейемдәрҙәге традицион элементтар менән ҡыҙыҡһыныу яңынан тергеҙелә. Түшелдеректәр һәм уларҙың төрҙәре: селтәр, яға, һаҡал, муйынса, иҙеү, хәситә, яға сылбыры һәм башҡалар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары костюмының иң зауыҡлы биҙәүестәре булып тора. Уларға оҡшаш нәмәләр хатта туғандаш халыҡтарҙың мәҙәниәтендә лә осрамай.
Башҡорт халҡының традицион милли биҙәүестәре уларҙың эстетик ҡарашын сағылдырған, төрлө һаҡлағыстар һәм бетеүҙәр ролен уйнаған. Бер үк ваҡытта ғаиләнең статусын, ниндәй ырыуҙан булыуын күрһәткән.
Ҡатын-ҡыҙҙар түшелдеректәре ролен күкрәксәләр, муйынсаҡтар, иңбаш ҡайыштары башҡарған. Түшелдеректәрҙе беше туҡыманан теккәндәр, төрлө диңгеҙ ҡабырсаҡтарынан, ҡаурыйҙарҙан, сәйләндән, тәңкәләрҙән, сылбырҙарҙан һәм бәләкәй генә йоморсаҡ ҡыңғырауҙарҙан төрлө нағыштар йыйып биҙәгәндәр. Орнаменттарҙа йәшәп килгән йолаларҙы һаҡлап ҡалыу уларҙы халыҡ тарихының ҡиммәтле шаһиттары итә.
Сара башында китапханасы Гөлнар Фазлиәхмәтова йыйылыусыларҙы милли костюм тарихы, башҡорттарҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы. Ҡатнашыусылар башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдеректәре тураһындағы лекцияны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Уларҙың иғтибарына техник фәндәр кандидаты А.С. Камалиеваның музейҙарҙағы һәм шәхси коллекцияларҙағы башҡорт халыҡ кейемдәрен күп йыллыҡ тикшеренеүҙәргә нигеҙләнгән «Башҡорт костюмы. Технологияһы. Төҙөлөшө» тигән китабы тәҡдим ителде.
Үҙ эштәренең оҫталары Ләйсән Фазрахманова һәм Рәйзә Әхмәтрәхимова оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Улар йыйылыусыларға тәңкәләрҙән һәм сәйләндән яһалған әйберҙәрен күрһәтте. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы биҙәүестәре өсөн төҫтәрен һәм биҙәлеш һүрәтен үҙаллы һайлап, беренсе тапҡыр күкрәксәләр яһап ҡараны. Оҫта ҡуллы Ләйсән Фазрахманова сәйләндән үреүҙең төп техникаһы менән таныштырҙы, төҫтәрҙе һәм материалдарҙы дөрөҫ һайлау, эште нисек башлап алып китергә һәм тамамларға кәрәклеге тураһында һөйләне. Тәңкәләр, сәйлән менән биҙәүҙең бөтә этаптары ла ентекләп күрһәтелде.
Бындай саралар үҙең өсөн биҙәүестәр эшләргә генә түгел, ә милли мәҙәниәт менән яҡынданыраҡ танышырға ла ярҙам итә. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә үҙ эштәренән ҙур ҡәнәғәтлек алды, сөнки үҙ ҡулдарың менән матурлыҡ тыуҙыра белеү иңдәргә ҡанаттар ҡуя.