Район Мәҙәниәт йортонда Театр төнө үтте. Пандемия арҡаһында күмәкләп йыйылыу тыйылғанлыҡтан, ярты йыл дауамында сәнғәт һөйөүселәрҙең, театр яратыусыларҙың һөйләшер һүҙҙәре күп ине, әлбиттә. Сарала ҡыҫҡа ғына сәхнә өҙөктәре күрһәтелде. Йыр-бейеү, уйын-көлкө менән һуғарылып барған кисәнән һәр кем күңел күтәренкелеге алып таралышты.