Район Мәҙәниәт йортоноң К. Минеғолова етәкселегендәге агитбригадаһы ла был көндә байрам сараларынан ситтә ҡалманы. Улар «Ҡартаямы ни һуң йөрәк?» тигән концерт программаһы менән ҡаланың күп кеше йәшәгән микрорайондарына барып, сығыш яһаны. Концерттар иртәнге 11.00 сәғәттә – ҡаланың Йәштәр, 12.00 сәғәттә – СУ-3 һәм 13.30 сәғәттә Кирбес заводы микрорайондарында үтте.
Алып барыусылар Кифая Минеғолова һәм Надежда Тузова программаны матур, йөкмәткеле шиғырҙар менән биҙәне. Йырсылар Минислам Сәйетғәлин, Рәлиә Әйүпова, Надежда Тузова, Надежда Полина, Фәнил Хәйретдинов тамашасыларға моңло йырҙарын бүләк итте. Аккомпаниаторҙар Роман Рогив һәм Фәнил Хәйретдинов иһә уларҙың күңелен дәртле көйҙәре менән елкендерҙе. Концерт ҡарарға сыҡҡандарҙың күптәре урындарында ултырып ҡына ҡалманы, ә дәртле көйҙәргә бейергә лә төшөп китте.
Тамашасылар, олоһо ла, кесеһе лә, һәүәҫкәр артистарҙы дәррәү алҡыштарға күмде һәм байрам кәйефе бүләк иткән өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Форсаттан файҙаланып, бөтә өлкән йәштәгеләрҙе лә байрам менән ҡотлайбыҙ. Уларға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ғаиләләлренә именлек теләйбеҙ.
Өлкәндәргә ҡарата һаҡсыл ҡараш тантаналы байрам көнөндә генә түгел, ә һәр кемдең көндәлек бурысына әйләнһә, бик яҡшы булыр ине.