+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
8 Октябрь 2020, 13:45

Республика көнөнә әҙерлек

Башҡортостан Республикаһы көнө йыл һайын 11 октябрҙә билдәләнә.

Байрам Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеүгә бағышланған.
Республикала дәүләт телдәре – башҡорт һәм рус телдәре.
Республика көнө ял тип иҫәпләнә. Был көндә бөтә ҡалаларҙа һәм райондарҙа байрам саралары: власть һәм йәмәғәтселек вәкилдәренең сығыштары, байрам концерттары, ижади коллективтарҙың сығышы, ат сабыштары, халыҡ өсөн байрамдар, төрлө шоуҙар, салюттар һәм фейерверктар ойошторола.
Район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдары ла был байрам сараларынан ситтә ҡалмай. Улар байрамға әҙерлек эштәрен алдан уҡ башлай. Репетициялар үтә, төрлө конкурстар, күргәҙмәләр ойошторола.
Мәҫәлән, Соколовка ауылының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә был байрамға әҙерләнеп Республика көнөнә бағышлап күргәҙмә ойошторған. Унда сағыу ептәрҙән һуғылған күҙҙең яуын алырлыҡ балаҫтар ҙа, ауыл оҫталарының матур ҡул эштәре лә, башҡорт халҡының орнаменттары менән һауыт-һабаһы ла, аш-һыуы ла, боронғо эш ҡоралдары ла, балаларҙың Республика көнөнә арнап төшөргән һүрәттәре лә ҡуйылғайны. Күргәҙмә күп милләтле республика халҡының бер туғандай татыу, дуҫ йәшәүенең сағыу миҫалы булып тора.
Читайте нас: