Сара башланыр алдынан традицион башҡорт йәйәһенән атыу тәжрибәһе булған Дәүләкән районы мәҙәниәт идаралығы начальнигы Рәфис Вәкил улы Әхмәтрәхимов ярышта ҡатнашыусылар менән оҫталыҡ дәресе һәм инструктаж уҙғарҙы.
Ярыштарҙа ҡатнашырға алты кеше – Ф.М. Әсәҙуллин, Т.М. Хәсәнов, И.Ф. Әхмәтйәнов, А.Н. Сәфәрғәлин, Р.Р. Яҡупов, А.С. Асеев теләк белдерҙе. Уларға сараны ойоштороусылар – Рәфис Әхмәтрәхимов һәм Жан Сәхәбетдинов ҡушылды.
Ярыштың өс этабы һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр асыҡланды. Тимур Хәсәнов сәпкә бөтәһенән дә турыраҡ атты һәм иң күп мәрәй йыйҙы. Уға беренсе урын бирелде. Икенсе урын яулаған Рәбис Яҡупов унан бик аҙға ғына ҡалышты. Флүр Әсәҙуллин сәпкә тура атыу буйынса өсөнсө урынға сыҡты.
Ярыш еңеүселәренә - иҫтәлекле приздар, ә ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә мәҙәниәт идаралығының почет грамоталары тапшырылды.
* Ағымдағы йылдың 5 февралендә Дәүләкәндә традицион йәйәнән атыу буйынса семинар үтте. Уны Башҡортостан Республикаһында атта һыбай атыуҙы һәм традицион йәйәнән атыуҙы популярлаштырыу менән шөғөлләнгән «Мәргән уҡсы» хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы Юлай Ғәлиуллин уҙғарҙы.
* Йәйәнән атырға өйрәнеүҙең төп шарты – республикабыҙҙа йәшәгән күп милләтле халыҡтарҙың йолаларын, халыҡтар мәҙәниәтенең үҙенсәлеген тергеҙергә булышлыҡ итеүсе милли костюмың булыуы.
* Ойошма ««Мәргән уҡсы»ның 10 уғы» проекты менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына эйә булған. Проект сиктәрендә әлеге спорт буйынса секциялар республиканың ун районында, шул иҫәптән беҙҙең районда ла, асылған.
* Дәүләкәндәргә шөғөлләнеү өсөн сәптәр, йәйәләр һәм уҡтар бирелгән. Семинар барышында Юлай Ғәлиуллин башҡорт ирҙәренең милли костюмдары үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, йәйәнән атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Һуңынан теләге булғандарҙың бөтәһе лә (ә улар аҙ түгел ине) үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. Ҡайһы берәүҙәр сәпкә беренсе атыуҙан уҡ тейҙерҙе.