-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Октябрь 2020, 18:20

Оҫта ҡулдар ял белмәҫ

Республика көнө уңайынан байрам сараларында ҡатнашҡан алтын ҡуллы оҫталарҙың тағы ла береһе менән таныштырып китәбеҙ. Ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен эшләү оҫтаһы Фларида Талипова. Көмөш биҙәүестәрҙән бер нимәһе менән дә айырылмаған күҙҙең яуын алырҙай әйберҙәр яһай ул.

Байрам сараларына әҙерлек күптән үк башланыуы тураһында яҙып киткәйнек инде. Бөгөн, 10 октябрҙә, ҡаланың үҙәк майҙанында Республика көнө уңайынан вәғәҙә ителгән сараларҙың бер нисәһе үтте.
Байрам сараларына әҙерлек күптән үк башланыуы тураһында яҙып киткәйнек инде. Бөгөн, 10 октябрҙә, ҡаланың үҙәк майҙанында Республика көнө уңайынан вәғәҙә ителгән сараларҙың бер нисәһе үтте.
Райондың мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, алтын ҡуллы оҫталар "Оҫта ҡулдар ял белмәҫ" тигән үҙ ҡулдары менән эшләгән, бәйләгән төрлө әйберҙәрҙән күҙҙең яуын алырлыҡ күргәҙмә ойошторғайны.
Республика көнө уңайынан байрам сараларында ҡатнашҡан алтын ҡуллы оҫталарҙың тағы ла береһе менән таныштырып китәбеҙ. Ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен эшләү оҫтаһы Фларида Талипова. Көмөш биҙәүестәрҙән бер нимәһе менән дә айырылмаған күҙҙең яуын алырҙай әйберҙәр яһай ул.
"Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының зауыҡлы биҙәүестәрен бик яратам. Тәүҙә түшелдеректәр эшләү менән мауыға башланым. Уларҙы сағыу сәйләндәрҙән үреп яһайым. Ә бына алҡалар, беләҙектәр, муйынсаҡтар өсөн төрлө әҙерләмәләрҙе һатып алам һәм күңелемдә уның дизайнын оҙаҡ уйлап йөрөгәндән һуң эскизын төшөрәм һәм биҙәүес өҫтөндә эш башлайым. Көмөш биҙәүестәрҙән улар бер нимәһе менән дә айырылмай, ҡараймай. Рәхәтләнеп кейеп йөрөргә була. Көмөштән эшләнмәгәс, хаҡтары ла осһоҙ", - ти алтын ҡуллы ханым.
Уның эштәренә клубтар заявка бирә. Бөгөнгө көндә Фларида Фләрит ҡыҙы башҡорт костюмы өҫтөндә эшләй. Ул костюмды тулыһынса, еренә еткереп, башҡарып сығарырға тырыша.
Читайте нас: