+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
10 Октябрь 2020, 17:25

Районда байрам саралары үтә

Байрам сараларына әҙерлек күптән үк башланыуы тураһында яҙып киткәйнек инде. Бөгөн, 10 октябрҙә, ҡаланың үҙәк майҙанында Республика көнө уңайынан вәғәҙә ителгән сараларҙың бер нисәһе үтте.

Башҡортостан Республикаһы көнө йыл һайын 11 октябрҙә билдәләнә.
Байрам Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеүгә бағышланған.
Республика көнө ял тип иҫәпләнә. Был көндә бөтә ҡалаларҙа һәм райондарҙа байрам саралары: власть һәм йәмәғәтселек вәкилдәренең сығыштары, байрам концерттары, ижади коллективтарҙың сығышы, халыҡ өсөн байрамдар, төрлө шоуҙар, салюттар һәм фейерверктар ойошторола.
Байрам сараларына әҙерлек күптән үк башланыуы тураһында яҙып киткәйнек инде. Бөгөн, 10 октябрҙә, ҡаланың үҙәк майҙанында Республика көнө уңайынан вәғәҙә ителгән сараларҙың бер нисәһе үтте.
Иртәнге 10.00 сәғәттә майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе үҙ эшен башланы. Унда һатып алыусыларға һыйыр, һарыҡ, ҡош-ҡорт иттәре, үҫемлек майы, картуф, һуған, кәбеҫтә һәм башҡа йәшелсә, игенһәм ҡатнаш аҙыҡ тәҡдим ителде. Кешеләр хаҡтары осһоҙораҡ булған тауарҙарҙы тиҙ арала алып та бөттө.
Райондың мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, алтын ҡуллы оҫталар үҙ ҡулдары менән эшләгән, бәйләгән төрлө әйберҙәрҙән күҙҙең яуын алырлыҡ күргәҙмәләр ойошторғайны.
Был көнгә ике байрам датаһы тура килә. Иртәгә, 11 октябрҙә, ауыл хужалығы һәм етештереүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө лә билдәләнә. Шулай уҡ районыбыҙҙың 90 йыллыҡ юбилейын да ошо көндә үткәрергә ҡарар ителгән. Шул уңайҙан район халҡын ошо байрамдар менән дә ҡотланылар һәм районыбыҙҙың ауыл хужалығы, мәғариф һәм башҡа тармаҡтарҙың алдынғы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү тантанаһы ла үтте. Уларға почет грамоталары, дипломдар, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Артабан байрам программаһын 11.00 сәғәттә райондың һәүәҫкәр артистарының Республика көнөнә әҙерләгән бай йөкмәткеле концерты дауам итте. Айырыуса яҡташыбыҙ Гөлфиә Шәүәлиеваның башҡарған йырҙарҙы майҙанға килгән ҡала һәм район халҡы йылы ҡабул итте. Тамашасылар шулай уҡ һәр сығышты алҡыштарға күмде.
12.00 сәғәттә сараның ҡунағы данлыҡлы ҡурайсы Роберт Юлдашбаев һәм уның «Ҡурайсы» төркөмө сәхнәгә сыҡты. Виртуоз ҡурайсының һәм төркөмдөң һәр сығышы дәүләкәндәр күңеленә хуш килде. Улар башҡарыуындағы дәртле башҡорт көйҙәрен тыңлағанда, төрлө милләт тамашасылары урындарында ултырып түҙә алманы, ә ҡурай көйҙәре аҫтында бейергә төштө.
Байрам сараһында шулай уҡ дөйөм туҡланыу нөктәләре лә ҡатнашты. Улар әҙерләгән тәмле шашлыҡ һәм пирожкиҙар, төрлө бәлештәрҙең еҫе майҙанға таралып, кешеләрҙе тамаҡ ялғап алырға саҡырып торҙо.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, байрам саралары бының менән генә тамамланмай әле. Иртәгә, 11 октябрь, 19.00 сәғәттә аланың үҙәк майҙанында республиканың билдәле артистары ҡатнашлығында концерт прогаммаһы һәм фейерверк көтөлә. Бөтәгеҙҙе лә унда ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Читайте нас: