-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
15 Октябрь 2020, 14:35

Ваҡытһыҙ ғүмере өҙөлгән баянсы Айнур Фатыховтың әсәһе: «Күмгәнен дә күрә алмайбыҙ…»

Виртуоз баянсы, музыкант Айнур Фатыйховтың үлем хәбәре бөтә кешене тетрәндерҙе. Башҡортостан егете беҙҙең эстрада йырсылары менән хеҙмәттәшлек иткән, бик күптәренең яҡын дуҫы булған.

Уның хаҡында йырсы Илсөя Бәҙретдинова, бу хәбәрҙе ишеткәс, төнө буйы йоҡлай алманым, ти. – Иң профессиональ музыкант китте. Бөтә инструментта уйнай белә ине. Ғаиләләре менән сәнғәт кешеләре ине. Атаһы ла, ағаһы ла – виртуоз баянсы. Әсәһе йырлай. Айнур бөтәһен дә уҙҙыра ине. 16 йәшендә Мәскәүҙә бер бәйгелә еңеп, уны сит илгә саҡырғандар ине. Атаһы Хәлит ағай, йәш бит әле, тип ебәрмәне. Уның китеп барыуын ишетеү үҙәкте өҙҙө. Әле бит күпме пландарыбыҙ бар ине. Төнө буйы ижадташ дуҫтар менән яҙыштыҡ. Ирҙәрҙе лә илата торған хәбәр булды был, – ти ул. – Шул тиклем кешелекле, яғымлы, йылмайып ҡына тороусы егетебеҙҙе юғалттыҡ. Шылтыратыу менән телефонын алыр ине. Йондоҙ сире менән сирләмәне. Урыны ожмахта булһын.
Татарстандың атҡаҙанан артисты Раяз Фәсихов менән 8 октябрҙә бер сәхнәлә сығыш яһағандар. Айнур Ҡазанға килгән булған.
– Донъяла танылған музыкант ине. Ул дүртенсе урында торҙо. Уны заманында Илһам Шакиров алдында ғына ултыртып торған булған. Мин Айнур менән ул Гәбделфәт Сафинда эшләгәндә танышҡайным. Минең күп кенә йырҙарыма аранжировкалар яһаған кеше ул. Бик ауыр юғалтыу, – ти.
Йырсы Морат Ғайсин да был хәбәрҙе ауыр кисерә.
- Илап ултырам, ти ул. – Мин Айнурҙы 20 йылдан артыҡ беләм. Беҙҙең уҡытыусылар ҙа бер ине. Бергә музыка мәктәбен тамаланыҡ. Айнур талантлы кеше, башҡа ундайҙар әлегә юҡ. 13 октябрҙә уның менән телефон аша һөйләшкәйнем. Ҡаты йүткерһә лә, үләм, тимәне. Татарстанда октябрь аҙағында күрешкәнсе, тип һаубуллаштыҡ. Ул минең яҡын дуҫым ине, – ти Морат.
Башҡортостандың атҡаҙанан артисты Лилиә Биктимерова, Айнур Фәдистең күҙ алдында үҫкән бала, ти. – Уларҙың ғаиләһе менән бик яҡын таныш беҙ. Атаһы менән бергә эшләнек. Фәдистең елкәһендә үҫкән малай ул. Шул тиклем киң күңелле, яҡшы кеше китеп барҙы. Бер ҡасан кеше һөйләмәне. Хатта ҡайһы ваҡыт сәхнә артында берәр һүҙ башлаһак, ул тороп сығып китер ине. Изге йән булды. Һуңғы ваҡытта улар ауырыны. Айнур бик оҙаҡ юғары температура менән йөрөнө. Телефон аша: «Төшмәй бит. Бик ауыр сир икән. Ауыртыуҙарға түҙеп булмай», – тип тә әйткәйне. Атаһы менән әсәһе лә – дауаханала. Улдарының үлемен ишетеү уларға бик ауыр. Табиптар күҙәтеүендә, дарыуҙар менән генә торалар. Әле Лилиә апайға шылтыратҡайн ым, илый. «Күмгәнен дә күрә алмайбыҙ. Шулай булғас, үлде тип уйламам. Ҡазандан ҡайтманы әле, тип йәшәрмен», – ти. Бик ауыр хәл. Яҡындарына сабырлыҡ теләйем, – ти Лилиә. Ул да һөйләшеп бөтә алманы, телефон өҙөлдө. Айнурҙы 15 октябрҙә ерләйәсәктәр.
Гөлгөнә ШИҺАПОВА.
Ватаным Татарстан № --- | 14.10.2020 Тулыраҡ: https://matbugat.ru/news/?id=30770
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: