COVID-19. Ул беҙҙең тормошобоҙға рәхимһеҙ рәүештә килеп инде лә, яңы мөмкинлектәр асыуға этәргес булды. Ул беҙҙең йомшаҡ яҡтарыбыҙҙы асып бирҙе һәм ысын геройҙарҙың ниндәй булыуын күрһәтте.
Бөтә ил менән бергә Башҡортостан да бына инде ярты йыл ошо юлдан атлай. Әммә был әле - һынауҙарҙың бер өлөшө генә. Үҙаллы изоляция, дистанцион уҡыу, иҡтисадтағы ҡатмарлыҡтар. Ә алда ни көтә...
Һәр ваҡытта ла Кеше беренсе урында ҡалды һәм ҡаласаҡ. Беҙҙең көндәрҙә ниҙәр генә булһа ла, бер нәмә бәхәсһеҙ: беҙҙә - кеше хәленә инә белеүсе сәләмәт йәмғиәт, бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыҡҡан һәм яҙмыш ниндәй генә ҡатмарлыҡтар тыуҙырыуына ҡарамаҫтан, алдағы көндәрҙә лә бирешмәйәсәк көслө медицина.
Эйе, киләсәктә ошо исем менән сыҡҡан башҡа фильмдар ҙа булыр. Һәм берәү генә лә түгел. Ә әлегә, шишәмбе, 20 октябрь, 20.15 сәғәттә һеҙгә Башҡортостан Юлдаш телеканалында «Башҡортостан. Йылъяҙмалар Ковид» тигән документаль фильм ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Ул – беҙҙең һәр беребеҙ хаҡында. Ул – һеҙҙең һәм беҙҙең ысынбарлыҡ.
Р. S. Әлегә шатланырға иртәрәк. Һынауҙар әле бөтмәгән. Алда беҙҙе уларҙың сираттағылары көтә.