15 октябрҙә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнде. Ул 2008 йылдан башлап байрам ителә.
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары - донъя тотҡаһы ул. Уларҙың тырышлығы, сабырлығына хайран ҡалырлыҡ, сөнки бөгөнгө көндә ауылда йәшәүҙе оло батырлыҡҡа тиңләргә мөмкин.
Ҡалалағы кеүек уңайлы шарттар ҙа юҡ ауылда, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ауырлыҡтарға бирешмәй, ҡояштай йылмайып, тирә-яҡҡа йылылыҡ өләшеп йәшәүен белә.
Был байрам киң таралғандар иҫәбенә инмәй. Шулай булһа ла, Дүртөйлө ауыл мәҙәниәт йортонда был датаны билдәләп үткәндәр. Ауылда йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар клубҡа йыйылып, кис ултырып, уйнап- көлөп, йырлап-бейеп, күңел асҡан. Коронавирус инфекцияһынан һаҡланыуҙың бөтә саралары ла күҙәтелгән.
Кисәнән бөтәһе лә яҡшы кәйеф менән таралышҡан.