-17 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
МӘҘӘНИӘТ
19 Октября 2020, 14:30

Көҙгө моңһоу кистәрҙә...

Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы филиалдары шашкалар буйынса турнирҙар ойошторған.Улар хаҡында гәзитебеҙҙең сайтында уҡығыҙ.

Ер йөҙөндә моңһоу көҙ тулы хоҡуғына хакимлыҡ итә. Ағастарҙан алтын тәңкәләреләй япраҡтар ҡойола, ҡоштар, һаубуллашыу йырын һуҙып, йылы яҡтарға китә, баҡсаларҙа һәм баҫыуҙарҙа эштәрҙең төп өлөшө тамамланды. Көндәр аҡрынлап һалҡынайта, ямғырҙар яуа. Ҡар бөртөктәре лә оҙаҡламаҫ, моғайын.
Бына ошондай моңһоу кистәрҙә ауыл халҡы мәҙәниәт йорттарында ойошторолған сараларға йыйыла. Ошо көндәрҙә ауыл клубтарында шундай сараларҙың береһе - шашкалар турниры үткән.
Мәҫәлән, Дүртөйлө һәм Айыухан ауылдарының клуб мөдирҙәре ойошторған турнирҙа кешеләр ҙур теләк менән ҡатнашҡан.
"Сараларҙа күпселеге ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ әүҙем ҡатнаша, - тиҙәр мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. - Киләсәктә уларҙа ир-егеттәребеҙ ҙә ҡатнашыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Ә әлегә теләге булғандарҙың барыһын да йома көндәрендә клубта, шашка түңәрәгендә көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас в