+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
19 Октябрь 2020, 16:55

Улым ҡайтты һалдаттан...

Айыухан ауылының мәҙәниәт йортонда әрме сафтарындағы хеҙмәттәрен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтҡан һалдаттарҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен тәбрикләү йолаһы йәшәп килә. Уның нисегерәк үтеүе тураһында гәзитебеҙҙең сайтынан уҡығыҙ.

Айыухан ауылының мәҙәниәт йортонда әрме сафтарындағы хеҙмәттәрен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтҡан һалдаттарҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен тәбрикләү йолаһы йәшәп килә. Бындай сара быйыл да ойошторолған. Тик, яҙғы саҡырылыш һалдаттары менән осрашыу коронавирус инфекцияһы сәбәпле бер аҙ кисектерелеп, һуңыраҡ уҙғарылған.
Тәғәйенләнгән ваҡытта ауыл клубына яҙ һәм йәй айҙарында хеҙмәттән ҡайтҡан Рәнис Боранғолов, Азат Таһиров һәм Айнур Таһиров исемле егеттәр һәм уларҙың ата-әсәләре, ауыл халҡы йыйылды. Кисәге һалдаттар ауылдаштарына үҙҙәренең һалдат тормошо тураһында бәйән итте һәм егеттәрҙе әрме хеҙмәтенән ҡурҡмаҫҡа саҡырҙы.
Азат Таһиров байрамға - әсәһе, Рәнис Боранғолов - атаһы һәм әсәһе, Айнур Таһиров та шулай уҡ әсәһе менән килгәйне. Азаттың әсәһе Флүрә "Аграр традициялар"ҙа - баш иҡтисадсы, атаһы - ошонда уҡ механизатор, Айнурҙың әсәһе Гөлшат Дәүләкәндә - балалар баҡсаһы хеҙмәткәре, атаһы Зинфир Өфө ҡалаһында - тракторсы, Рәнистең әсәһе Гүзәлиә Дәүләкәндә - аяҡ кейемдәре фабрикаһында, атаһы Рәмил алыҫ Себер яҡтарында вахта ысулы менән хеҙмәт һала. Азат һәм Рәнис тимер юлсылар колледжын тамамлаған, диплом алғандарының икенсе көнөнә үк әрме хеҙмәтенә саҡырылғандар, әле һөнәрҙәре буйынса эшкә урынлашып йөрөйҙәр, Айнур инде эш урыны тапҡан - "Сельэнерго" предприятиеһында тырышып хеҙмәт һала.
Ауылдаштары егеттәрҙең хеҙмәттәре тураһында һөйләүен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, уларға төрлө һорауһар бирҙе. Әйтеп китергә кәрәк, ауылдаштары Рәнис Боранғоловтың быйыл Мәскәү ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы уҙғарылған парадта ҡатнашыуҙары менән ғорурланыуын әйтеп китте. Унда, баҡтиһәң, тик яҡшы хеҙмәт иткән, өлгөлө һалдаттарҙы ғына алалар. Ә быйылғы Еңеү парадында Дәүләкән районынан хеҙмәт итеүсе һалдаттар араһынан бер Рәнис кенә ҡатнашҡан.Артабан кисә төрлө уйындар, йыр-бейеү, конкурстар менән һуғарылып барҙы. Егеттәрҙең әсәләренә "Ысын һалдат әсәһе" тигән дипломдар тапшырылды. Бөтәһе лә егеттәргә киләсәктә уңыштар теләне, клуб мөдиренә күңелле ял минуттары ойошторған өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтте һәм кисәнән яҡшы кәйеф менән таралышты.
Читайте нас: