+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Октябрь 2020, 19:30

Геройға һәйкәл ҡуйыу буйынса конкурс

Башҡортостан Башлығы Хөкүмәте Рәсәй Геройы, башҡорт халҡының милли геройы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл эскизына конкурс иғлан итте.

Асыҡ конкурста профессиональ скульпторҙар, шулай уҡ авторҙар коллективы ҡатнаша ала.
Ул бер турҙа үтә. Заявкаға буласаҡ монументтың эскизын төшөрөп, идеяһын аңлатып, уны һынландырыу өсөн сметаны әҙерләп ебәрергә кәрәк.
Һәйкәл Өфө ҡалаһының Совет урамында урынлаштырыласаҡ.
Ижади эштәр 20 ноябргә тиклем Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 2 адресы буйынса, «Торатау» Конгресс-холында, 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Телефон: 8 (347) 276-55-00.
Һәйкәлдең бейеклеге 4,6 метр, киңлеге 1,7 метр тирәһе булырға тейеш. Генералдың ҡылысы, дивизия байрағы, аттың кәүҙә өлөштәре кеүек элементтар был размерҙарҙан әҙерәк артыҡ булыуы ла ихтимал. Постамент бейеклеге 4 метр тәшкил итә.
21.10.2020
Резеда Хасанова.
Читайте нас: