Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, "Берҡаҙан" ҡурайсылар ансамбле етәкеһе Рият Хәмиҙулла улы Тимеров бөгөн, 21 октябрҙә, үҙенең ғүмер байрамын билдәләй. Ошо ансамблдең исемен ишетеү менән иң башта остаздары күҙ алдына баҫа. Был ысынында шулай. Уның уҡыусылары араһында сәнғәт юлын һайлағандар ҙа бар. Ә кемдәр башҡа һөнәр һайлаған - улар күңелдәрендә милли моңдарыбыҙға һөйөү һаҡлай. Был һөйөүҙе, әлбиттә, Рият Хәмиҙулла улы тәрбиәләгән. Шундай яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә районыбыҙҙы танытҡан өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.