+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
23 Октябрь 2020, 13:35

Дәүләкәндең һылыу ҡыҙҙары менән

Бибисара апайҙың яҡты иҫтәлеге ҡалды

Был аҙна беҙҙе яратҡан йырсыбыҙҙың үлем хәбәре менән шаңҡытты. Халыҡсан, моңло тауышы менән күңелдәрҙе арбаған Бибисара апайҙың юҡлығына күңел ышанмай. Ғәҙәттә, кухнямда ҡамыр аштары әҙерләгәндә мин һәр саҡ Бибисара Азаматованың йырҙарын яңғыратып ҡуям. Эш араһында уны тыңлауы шул тиклем рәхәт. Берҙән, талғын тауышы тынысландыра, сит-ят уйҙарҙы ҡыуа, икенсенән, йырҙары мәғәнәле. Уның моңо аҫтында бешерелгән ризыҡ та бәрәкәтле һәм тәмле була. Таҡмаҡтары ла үҙенсәлекле бит уның. Ғүмер ике килмәй, билдәле... Хас уның йырындағыса...
Читайте нас: