+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Октябрь 2020, 20:45

"Сәнғәт төнө-2020"-лә ҡатнашалар

3 ноябрҙә район Мәҙәниәт йортоноң Буранғол ауылындағы филиалы йыл һайын уҙғарыла торған "Сәнғәт төнө-2020" Бөтә Рәсәй мәҙәни онлайн-акцияла ҡатнашасаҡ.Был сарала ҡул эштәре буйынса Фидаил Әхмәҙуллин улы Руслан менән сәйләндән үрелгән әйберҙәрен тәҡдим итәсәк. Ир-егеттәрҙең дә шундай нәзәкәтле булыуы, матур, зауыҡлы әйберҙәр эшләй белеүе хайран ҡалдыра. Һеҙҙең иғтибарға уларҙың эштәрен тәҡдим итәбеҙ. Рәхәтләнеп ҡарағыҙ, баһағыҙҙы бирегеҙ. 3 ноября Бурангуловский филиал МБУ РДК принимает участие в ежегодной Всероссийской культурно-образовательной онлайн-акции "Ночь искусств-2020"

Акцияла
- Ҡул эштәре сәнғәте буйынса: Әхмәҙуллин Фидаилдең сәйләндән үрелгән ҡул эштәре күргәҙмәһе,
- хореография-бейеү буйынса - Резеда Ҡорбанғәлиева башҡарыуында "Һыу буйында" бейеүе,
- вокал буйынса - Мәмдүҙә Сәфиева башҡарыуында "Дуҫлыҡ йыры",
- видео-әкиәт - "Табын" фольклор төркөмө башҡарыуында "Шалҡан" әкиәте менән сығыш яһаясаҡтар.
Фото һәм видео: Резеда Ҡорбанғәлиева.
Читайте нас: