Бөгөнгө көндә актуаль проблемаларҙың береһе булып коронавирус инфекцияһының таралыуы тора.
Тажлы афәт, күкрәген киреп, донъя буйлап атлауын дауам итә.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең халыҡ, был һынауҙы лайыҡлы уҙғарып ебәрер, тип ышанабыҙ.
Кешеләр күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, яҡты киләсәккә өмөт бағлап йәшәүен дауам итә.
Инфекция таралыу сәбәпле, талаптар тағы ла ҡәтғиләнде. Битлектәр режимы көсәйтелде, мәктәптәрҙә каникулдар оҙайтылды, өлкән йәштәгеләр һәм хроник ауырыуҙары булғандар өйҙә ултырырға тейеш, ресторандарҙа банкеттар, кәйеф-сафа ҡороу тыйылды, спектакль, концерттар уҙғарыу билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелде. Шулай булһа ла, кешеләр бер ҙә ҡайғырып ултырмай, коронавирус тураһында таҡмаҡтар ижад итә, йырҙар сығара.
Артистарыбыҙ ҙа яратҡан эштәре менән шөғөлләнә алмаһа ла, һис бойоғоп ултырмай. Уларҙың бер төркөмө, йыйылышып, тажлы үләт темаһына ҡағылышлы бик күңелле видео төшөргән. Уны һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ. Рәхәтләнеп ҡарағыҙ!
Алда көндәребеҙҙең яҡты буласағына, ҡара болоттар артынан ҡояш йылмаясағына өмөт менән йәшәйек, дуҫтар!
Фото: видеонан скриншот эшләнде (шуға сифаты өсөн ғәфү үтенәбеҙ).