Шулай уҡ Ҡамсылы-Тамаҡ ауылы оҫталарының да акцияға тәҡдим иткән ағастан семәрләп, һырлап яһаған иконалары, сәғәттәре, ҡағыҙ салфеткалар өсөн һауыттары, төрлө кәштәләре лә бик нәфис. Уларҙан ҡарашты айырып алыуы ла ауыр хатта. Уларҙың алтын ҡулдарына дан йырлауҙан башҡа сара юҡ. «Афарин!» -, тиергә генә ҡала.